Байрамдар
1 Мая , 02:59

Күмертауға ҡырғыҙҙар килде

Күмертауҙағы быйылғы 1 Май байрамында Ҡырғыҙстан ҡунаҡтарын ҡаршылау өсөн башҡорт милли мәҙәниәте зонаһы ойошторолдо

Күмертауға ҡырғыҙҙар килдеКүмертауға ҡырғыҙҙар килде
Күмертауға ҡырғыҙҙар килде

Бындай яуаплылыҡ Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайына йөкмәтелде.
Ҡала майҙанында урынлаштырылған өс тирмәлә беҙҙең милли йолаларыбыҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең иң яҡшы өлгөләре тупланғайны. Ҡунаҡтарҙы беренсе тирмәлә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы менән таныштырҙылар. «Урал батыр» эпосы – ҡырғыҙҙарҙың «Манас» эпосы кеүек үк, быуындан-быуынға сәсәндәр тарафынан тапшырыла килгән бай хазина. Матур итеп биҙәлгән тирмә аша ҡунаҡтарға эпостың бөйөклөгө асып күрһәтелде.

8 май, 2018 йыл. 

Автор:
Читайте нас