

Әле, бәлки, аҙыраҡтыр ҙа. Әммә, эш өйҙәр һанында түгел, яманғолдар һәр бер сараны дәррәү, берҙәм үткәрә, бына әле лә, Бөйөк Еңеү байрамында халыҡ күп булған.
Отрада ауыл биләмәһе хакимиәтендә оҙаҡ йылдар эштәр идарасыһы булып эшләп Кочетова Светлана Владимировна (әле ул район хакимиәтендә бүлек начальнигы вазифаһында) бер һөйләшкәндә, Яманғолда шул тиклем берҙәм, ябай, ихлас халыҡ йәшәй, тип һөйләгәне булды...
Был хаҡта һәм, ғөмүмән, Еңеү байрамына бәйле бөтөн материалдар киләһе һанда гәзиттә баҫыласаҡ.