Байрамдар
15 Августа , 11:13

Һеҙ- илдең ғорурлығы!

Республика башлығы беҙҙе бөгөн шулай тип маҡтаны.

Һеҙ- илдең ғорурлығы!Һеҙ- илдең ғорурлығы!
Һеҙ- илдең ғорурлығы!

Беҙҙе тип әйтһәң, яҙыҡ булыр, бәлки - КүмАППны инде, был заводтың вертолеттары менән республика ғына түгел, бөтөн Рәсәй дан тота, ә бит ҡасандыр КүмАПП-ны һәләкәттән саҡ ҡотҡарып ҡалған инек, тине.

Шулай ҙа, заводта, станок артында тормаһаҡ та, был маҡтауҙы үҙебеҙҙең иҫәпкә лә ҡабул иттек. Ҡала көнө нисек булды- ғәләмәт булды! 

Р. Хәбиров, беҙ алдан яҙғанса, был заводтан тыш, Ойлтиммашта, алтынсы мәктәптә булды, аҙаҡ Совет майҙанына үтте, әлеге майҙанда халыҡ күптән гөр килә ине. 

Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Алдараҡ: Хәбиров та уҡ атты

Автор:
Читайте нас