Байрамдар
31 Августа , 07:20

Ялсыҡай йәйҙе оҙатты

29 август көндө Ялсыҡай ауыл клубында"Йәйҙе оҙатыу" кисәһе үткәрҙек.

Ялсыҡай йәйҙе оҙаттыЯлсыҡай йәйҙе оҙатты
Ялсыҡай йәйҙе оҙатты

Был кисә традиция буйынса августың аҙаҡҡы шәмбе көндө үткәрелә.
Ауыл клубы эргәһенә өҫтәлдәр ултыртып мул табын әҙерләнде, егәрле ҡатын ҡыҙ бәлештәр,ҡоймаҡтар, ҡайнатмалар, пирожкиҙар алып килгәндәр. Олоһо ла, кесеһе лә хуш еҫле үлән менән самауырҙан сәйҙәр эсте, уйындар уйнап бүләктәр алды, бәләкәй концерттан һуң бейешеп-йырлашвп күңел асты.
Ауыл халҡына ошо байрамды ойоштороусы клуб хеҙмәткәренә һәм әүҙем ауылдаштарға, йәштәргә, һәүәҫкәр артистәргә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Киләһе йәйҙәрҙе күрергә, һуғыштар туҡтап илдә тыныслыҡ булып, бөтәбеҙ ҙә иҫән булыуыбыҙҙы теләйем.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, ауылдаштар!
Мәҙинә Ҡунаҡҡолова, Ялсыҡай ауылы

Алдараҡ: Таймаҫҡа ҡыҙҙар ҡайтты!

Автор:
Читайте нас