

Уларға бит бер йылы һүҙ етә,
Битарафтар ғына булмайыҡ.
Мәсетебеҙҙең ишектәре асылыу тантанаһынан һуң, бына, Ололар байрамын да ошо Аллаһ йортонда матур итеп үткәреп ебәрҙек. Сәй табыны ойоштороп, оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. Беҙ сикһеҙ рәхмәтлебеҙ ауылдашыбыҙ Нәсимә Әбдрахман ҡыҙының һөйөклө улы Аликтың беҙҙе шулай иркен, йылы, яҡты мәсетле итеүенә. Уларҙың барлыҡ ғаиләһенә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ, һәр эштәре уң булһын! Беҙгә дини дәрестәргә йөрөп, намаҙ, Ҡөрьән уҡырға яҙһын!
Земфира Вәлиева, Түбәнге Бабалар ауылы.
Алдараҡ: Түбәнге Бабала мәсет асылды