Татарстанда ла халыҡ, Башҡортостандағы кеүек, киң күңелле, ихлас. 15-тән артыҡ милләт вәкилдәре һәм сәнәғәт предприятиеларында эшләгән мигранттар күп булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ бик татыу йәшәй. Ҡала йә республика кимәлендә ниндәй генә сара булмаһын, олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ҡатнаша. Милли ойошмалар әүҙем эшләй. Быйыл мине Халыҡтар дуҫлығы үҙәгенә төрлө милләт балаларына башҡорт телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәтергә саҡырҙылар. Шулай уҡ үҙәк планы буйынса урындағы “Урал” башҡорт милли-мәҙәни ойошмаһының сараларын ойоштороуҙы йөкмәттеләр. Әле яңыраҡ ҡына “Сөмбөлә” байрамын үткәрҙек. Ойошманың етәксеһе Хәсәнов Ғәли Әхтәр улы ҡалалағы башҡорттарҙы татыу бер ғаиләгә йыйған. Бөтәһе лә айырым чатта үҙ-ара гел аралашып торалар, сараларҙа осрашып, башҡортса йырлап-бейеп күңел асалар, проекттарҙа ҡатнашып, гранттар оталар.
Мәғариф системаһында айырмалыҡтар, әлбиттә, бар. Мәҫәлән, профсоюз ойошмаһы профсоюзға бағышланған ҙур конкурс ойоштора. Балалар баҡсалары, мәктәптәр сәхнәлә профсоюз эше хаҡында ҡыҙыҡлы театрлаштырылған сығыштар күрһәтә. Йыл әйләнәһенә уҡытыусылар араһында шахмат, шашка, волейбол, йөҙөү, мылтыҡтан атыу һ.б. ярыштар уҙа. Коллектив менән профсоюз аҡсаһына (өлөшләтә) теләгән яҡҡа сәйәхәткә барып ҡайтырға мөмкин.
- Ниндәй өлкәлә эшләйһегеҙ? Эшегеҙҙе яратаһығыҙмы?
- Мәктәпкә килгәндә, мин үҙем сыуаш гимназияһында балаларҙы сыуаш теленә өйрәтәм, сыуаш әҙәбиәте менән таныштырам. Татарстанға күсенеп килгәс, башҡа мәғариф өлкәһендә эшләмәҫмен, тигән инем. Ҡазан университеты филиалында психологка уҡып, ҡала архивында рәхәтләнеп яңы өлкәлә, ыҡсым ғына коллективта эшләп йөрөгәндә, гимназия директоры мине табып, эшкә саҡырҙы. Ҡалала, бөтә илдәгесә, уҡытыусыларға ҡытлыҡ. Шуға бик өгөтләп, башланғыс кластар уҡытыусыһына курстарға ебәрҙе. Әлеге ваҡытта педагог-психолог булып та эшләйем.
Йәшәй-йәшәй шундай бер тәғлимәткә инандым: беҙҙең тормош юлдары Хоҙай Тәғәлә ихтыярында. Мин үҙем өсөн түгел, ә башҡалар өсөн был донъяға килгәнмендер, тимен. Кемдеңдер тормошона кәрәк ваҡытта күрһәткән ярҙамым, биргән кәңәшем менән ыңғай йоғонто яһаһам, бәғзеһенә, киреһенсә, әсе борос булып, уны күрәсәгенә, алыр тормош һабағына әйләнгәнмендер. Шуға ла уҡытыусы һөнәренә мин инде күптән һөнәр тип түгел, ә яҙмышым, тип ҡарайым. Әлбиттә, уҡытыусылыҡты һайлағандарға күп ауырлыҡтар, хатта күңел ғазаптары, ярайһы ғына һынауҙар ҙа үтергә тура килә. Өҫтәүенә, эштең ысын емеше лә йылдар үткәс кенә күренә бит. Шулай ҙа йөрәкте тулҡынландырған шатлыҡлы мәлдәр күберәк. Айырыуса уҡыусыңдың уңыштарын, бәхетле тормошта йәшәүен күреү ҡыуандыра.
- Ниндәй ҡаҙаныштарығыҙ бар? Нисек баһалайҙар эшегеҙҙе?
- Гимназияла сыуаш телен өйрәнеүҙе әүҙемләштереү маҡсатында бөтә Татарстандан һәм Башҡортостандың Бәләбәй районынан беҙгә “Аталан” исемле фестивалгә, Николай Яковлев исемендәге фәнни-ғәмәли конференцияға киләләр. Мин, эшкә килгәндең беренсе йылында уҡ сыуаш теле уҡытыусылары өсөн мастер-класс күрһәттем. Ҡала мәғариф департаменты уҡытыусылар өсөн электрон журнал булдырған (ай һайын сыға), шунда телде өйрәнеү буйынса үҙемдең проектымды тәҡдим иттем. Тәүҙә “Йыл уҡытыусыһы” муниципаль конкурсында, аҙаҡ Бөтә Рәсәй туған телдәр уҡытыусылары араһында еңеүсе булып, гимназияның данын үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерҙем. Минең өсөн был, әлбиттә, ҙур ғорурлыҡ