

Тура килһә лә килә: көнө бигерәк матур бөгөн. Илаулап торһа, барыбер ҙә кәйефкә йоғонто яһар ине.
Ермолаевоның "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында бер юлы ике байрамды ҡаршы алалар, Уҡытыусылар көнөн ниңә иғтибарһыҙ ҡалдырҙығыҙ тип әйтмәҫтәр, ул бөгөн бер юлы байрам ителә. Тимәк, бүләкләнеүселәр ҙә апаруҡ була (исемлеген бирмәйбеҙ, юғиһә, яңғылышлыҡ киткән осраҡтар булды, кемгәлер бирәбеҙ тигәндәр ҙә бирмәгәндәр йәки кемдер киләм тип тә килә алмаған). Йәштәргә паспорт, күп кенә балаларға фатир асҡыстары тапшырасаҡтар, аҙаҡ Вилдан йырлай.
Бөтәһен дә ихлас ҡотлайбыҙ! Кемдәр бүләк алмай, уларҙы ла, әлбиттә, ҡотлайбыҙ, Республика көнө -барыбыҙ өсөн дә, милләтенә, диненә, тән төҫөнә һәм башҡаһына ҡарамай, ҙур байрам.
Күмертауҙа ла Республика көнө райондағы менән бер үк ваҡытта тиерлек башланды, бында бары тик 11 октябрь байрамын тәбрикләйҙәр, уҡытыусыларҙы алдараҡ ҡотлағайнылар.
Алдараҡ: Вилли беҙгә тағын ҡасан йырлай?