Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
31 Июля 2023, 14:46

«Егет урлау»

Был хәл тураһында былтыр яҙғайныҡ.

«Егет урлау»
«Егет урлау»

2022 йылдың 28 авгусы кисендә булды был ваҡиға. Күптәрҙе аптыратҡан хәл – болалы 90-сы йылдар артта ҡалды, хәҙер тәртиплерәк заманда йәшәйбеҙ тип уйлаған һымаҡ инебеҙ ҙә баһа.
Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт клубы алдында ике төркөм араһында низағ сыға был кистә. Һуғышып китәләр. Кем һуғышмай ҙа кем талашмай, төрлө хәлдәр булып тора, эште ошонда уҡ, килешеп, бөтөрөп ҡуйырға ла булғандыр, тик туҡмалған егеттең эсендә үс уты ҡайнай, танышына өндәшә – ярҙам ит. Машина менән килеп төшәләр. Бөтәһе етәүҙәр. Яҡшымбәттә йәшәгән 35 йәшлек ир йорто янына килеп туҡтайҙар. Өйгә инәләр ҙә туған-тыумаса алдында иргә травмат пистолеттан өс тапҡыр аталар. Машинаның багажнигына һалып, алып сығып та китәләр. Кеше аяғы баҫмаған ергә алып китеп, үҙ-ара мөнәмәбәтте асыҡларға була ниәттәре. Багажникта киткән егеттең ата-әсәһе шунда уҡ полицияға хәбәр итә, тиҙҙән ГИБДД хеҙмәтҡәрҙәре тегеләрҙе тота, тотҡондо азат итә. Багажникта егет бер үҙе генә булмаған икән, унда 21 йәшлек йәнә бер егет ятҡан була. Уны ла урлаған булғандар икән ҡораллы кешеләр. Урлау ғына аҙ, пистолеттан аяғына атҡан да булғандар.
... Әле Күмертау ҡалаһы суды был енәйәт эшен ҡарай башланы. Суд эскәмйәһендә 22 йәштән алып 32 йәшкә тиклем ете кеше ултыра.

Автор:
Читайте нас: