БОРСОУЛЫ ХӘЛ
26 Ғинуар 2024, 05:04

Бәхетһеҙлек утрауы

“Бриллиантовая рука” киноһындағы Мироновтың “Остров невезения” йыры телгә килә лә тора инде әлеге килеп сыҡҡан мәшхәр хәлдә.

Бәхетһеҙлек утрауыБәхетһеҙлек утрауы
Бәхетһеҙлек утрауы

Ялсыҡай ауылы хәс тә шул ҡар буран эсендә ҡалған “Бәхетһеҙлек утрауы” мени. Уңға ҡараһаҡ та, һулға ҡараһаҡ та юл юҡ!
1978 йылда сыҡҡан “Простоквашино” мультфильмында уҡ “До чего техника дошла!” – тип ҡыуаналар ине, хәҙер инде 2024 йыл, ниңә ул техника беҙгә һаман килеп етә алмай икән ул? Бөтә Көйөргәҙе районына бер К-700 та, бер камаз микән, тигән уй килә башҡа. Хәҙер кеше яҙа башлар инде, һауа торошон белә тороп, ниңә ауылға ҡайтаһығыҙ, тип. Нисек ҡайтмайһың, олоғайған, беҙҙән ярҙамға мохтаж булған ата-әсәләребеҙ бар. Тик бына, хәҙерге 21-се быуатта, ҡар пленында өс көн буйы ултырырбыҙ тип, башҡа ла килмәгән ине.
Аллам һаҡлаһын, ә берәйһе ҡаты ауырып китһә, йәки ут ҡалмап алһа, нимә эшләргә ауыл кешеләренә?
Был хәл тик ДРСУ хеҙмәткәрҙәренең ғәйебе генә! Юлды баштан уҡ киң итеп таҙартып, юл эргәләрендә бордюрҙар ҡалдырмай барһалар, был хәтлем дә булмаҫ ине. Йыл әйләнәһе ошо юл мәшәҡәте бит. Яҙ-көҙ батҡаҡ йырабыҙ, йәй – соҡор-саҡыр аша һикерәбеҙ. Хоть ауылыбыҙҙы ҡалаға яҡыныраҡ бер урынға күсереп ултырт.
Лилиә БАЙҒУЖИНА, Күмертау ҡалаһы

Автор:
Читайте нас