Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
5 Ноября , 12:12

Ҡайҙа киттең, Рөстәм абзый?

Йәл, насары түгел, яҡшылары китеүсән.

Ҡайҙа киттең, Рөстәм абзый?
Ҡайҙа киттең, Рөстәм абзый?
Шундайыраҡ хәл (беҙҙең субъектив ҡарашҡа): намыҫ менән, эшенә йәне-тәне менән бирелгән кешегә ныҡ ҡыйын. Элек тә шулай булдымы икән, әле ошоноһо ныҡ һиҙелә. Илке-һалҡы, таң ата ла кис була тигәне рәхәткә сыҡты. Ысын хужа юҡ. Талап, ғәҙеллек юҡ, эшләгәнде күрә белеү тигәне юҡ. Тел биҫтәләре шәпкә сыҡты. Кешене теленә, төшкән фотоһына түгел, эшенә ҡарап баһалау юҡҡа сыҡты. 
...Рөстәм Вахитовты, Илкәнәй ауылы биләмәһе башлығын, бер мәле алып ташлайбыҙ урынынан тип ҡырсынғайнылар, килеп сыҡманы, урындағы халыҡ уның кем икәнен яҡшы белә - теше-тырнағы менән яҡлашты. Алып ҡалды. Был юлы инде Рөстәм Минийән улы үҙе бүккән булырға тейеш - китәм тигән.
Әле, әлбиттә, сессия булмаған, барыһы ла хәл ителмәгән, әммә... Борсоулы хәл был. Районда ең һыҙғанып, үҙен йәлләмәй, публикаға уйнамай эшләгән башлыҡ ине ул. Хәйер, ине тип әйтергә ашыҡмайыҡ, бәлки, үҙен түгел, халҡын уйлап, Рөстәм абзыйыбыҙ кире уйлар.  
Автор:
Читайте нас: