Все новости
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
5 Ноября , 14:18

Битемде кире бороғоҙ

Был һәйкәлдәр - ҡаланың йөҙө, ғорурлығы.

Битемде кире бороғоҙ
Битемде кире бороғоҙ
Кемгә ҡуйылған, шахтерҙарға - Күмертауҙы Күмертау иткән һөнәр эйәләренә. 
Элекке хужа ваҡытын хәҙер ҡурҡыныс төш һымаҡ иҫкә алып һөйләйбеҙ, йә Хоҙай, булһа ла була икән етәксе. Теге көн Юлай Әмәкәсов БРГИ юбилейына килгән, шул аптырап һөйләп торҙо: күптән Күмертауҙа булған юҡ ине, юлдарҙы рәтләгәндәр ҙә баһа! Быныһы бая яҙған Рөстәм Вахитов посына ауаздаш - кеше янып, күңелен һалып эшләһен, ә кемгәлер, сит райондағы халыҡҡа үҙеңдең шәплегеңде күрһәтергә тырышып түгел (беҙгә сит, ә уға тыуған районы була): "Һеҙ минең ҡәҙеремде белмәнегеҙ, ситкә типтегеҙ, ә бында, ҡарағыҙ (фотоларыма), мин нисек эшләйем!". 
Ошо һәйкәлдәрҙе лә, мәсхәрәгә ҡалдырып, урынан ҡуҙғаттылар, биттәрен икенсе яҡҡа бороп ҡуйҙылар. Ҡала халҡы әллә нисә тапҡыр һүҙ күтәрҙе: кире ҡайтарығыҙ шахтерҙарҙы. Бөгөн О. Астахов был темаға йәнә әйләнеп ҡайтты: һәйкәлдәр кире урынына ҡайта алмай (элекке урынға ҡуйырға форсат юҡ, күрәһең), әммә биттәрен кире борабыҙ. 
Бәғзе түрәләрҙе лә, ошо һәйкәл һымаҡ, бите менән халыҡҡа табан еңел генә бороп булһа икән. 
Автор:
Читайте нас: