Бөтә яңылыҡтар
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
31 Август , 08:30

Беҙҙе хәҙер кем дауалар, Денис?

Керәүленән юғалған егет һаман табылмаған.

Беҙҙе хәҙер кем дауалар, Денис?
Беҙҙе хәҙер кем дауалар, Денис?

...Үткәнендә ауыл башлығы: минең фельдшер ғәйеп булды әле тип, һүҙ араһында ғына ысҡындырҙы, иғтибарға алманым, ир кеше икәнен беләм фельдшерҙың, ғәйеп булды тигәнен тыуған еренә ҡайтып киткәндер ҙә, берәй сәбәбе булып, килә алмай яталыр (хәйер, барыбер ул саҡта нисектер хәбәрен ебәрер ине) йәки, беҙҙә йыш осраған хәл – «һалдырғандыр». Ул әйтте – мин оноттом. Әммә кисә Денис Фәйзуллин юғалған тигән мәғлүмәт таралғас, аптыраш булдыҡ – хәлдәр бик етди икән. Ябай, ауылдың һуҡмыш кешеһе юғалмаған, ә бөтөн тирә-яҡ күҙ төбәп торған кеше – фельдшер юҡҡа сыҡҡан!

Денис Мәләүез районы Һабаш ауылы егете. Эшкә беҙгә килгән. Эшләүенә лә апаруҡ, 2023 йылда уны Күмертау дауаханаһы бүләкләгән дә булған.

- Һуңғы ваҡытта ул ялдарҙа ла тыуған ауылына ҡайтмай башлағайны. Бүлмәләге уты кистәрен янып торҙо гел. Әле, эҙләүселәр килгәс, һыу буйҙарынан эҙләйек, ҡыуаҡ-ағас араларын ҡарайыҡ тинеләр... Денис – етди егет, эштәрҙең былай булып китеүенә ниндәйҙер сәбәп бар. Ул телефондан ғына етәкселегенә «Мин эштән китәм» тип яҙып ебәргән, аҡса ла, трудовой ҙа кәрәкмәй тигән...

Был күңелһеҙ хәлдең дауамы гәзиттә баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: