Бөтә яңылыҡтар
БОРСОУЛЫ ХӘЛ
11 Ғинуар , 07:58

Беҙ Ленин бабай түгел

Здравствуйте. Подписались на Юшатырь, издание не приходит, на почте Кумертау Дзержинского, 3, хамят, чуть ли не посылают, подписывлась пенсионерка 70 лет, мать СВОшника, никакого уважения нет к пожилому человеку. К кому можно обратиться, что разобрались с этой ситуацией??? 

Беҙ Ленин бабай түгел
Беҙ Ленин бабай түгел

Шундай һорауҙар була, уны уҡығас, бикле ишек алдында торғандай, нимә эшләргә лә белмәйһең. Туҡылдатаһың-туҡылдатаһың, һине ишетмәйҙәр. Был һорау тап шундай. Беренсегә бирелмәй почтаның эшенә бәйле һорау. Дәүләттә һәр кемдең үҙ вазифаһы була, һыйыр һауған трактор йөрөтмәй, күмер сығармай. Шуның ише, почтаның үҙ функциялары бар. Әммә ул быны үтәмәй. Беҙҙең ҡул да ҡыҫҡа, һорауҙы етәксеһенә ебәрәбеҙ ҙә көтәбеҙ, бәлки, мәрхәмәт күрһәтерҙәр? Үҙ эшенә яуаплы ҡарарҙар? Тупаҫлыҡ тигәндән, былтыр ҙа ошоға оҡшаш һорауҙы биргәс, беҙгә екерҙеләр. Почтаға (стратегик объект, ерле юҡтан ғына революцияның тәүге көндәрендә Ленин бабай "захватить почту, телеграф, мосты и вокзалы" тип фарман бирмәгән). Гәзит-журнал сығарыусылар, аптырағас, тиражды, уҡыусыларҙы юғалтмайым тип, баҫмаларҙы әллә үҙебеҙ ташый башлайыҡмы тип тә баш вата. Әммә бар район-ҡалаларҙы нисек айҡап сыҡмаҡ кәрәк? Икенсе юлын да ҡарайҙар: силсәүиттәр көн дә тиерлек мәңге бөтмәҫ кәңәшмә-ғәләмәткә район үҙәгенә килеп йөрөй, шуларға гәзиттәрҙе тейәргә лә ебәрергә. Яҡшымбәткә шул дана, Таймаҫҡа шул, Зәккә шунса... Әммә ауыл башлыҡтары был тәҡдимдән ендән ҡасҡандай ҡасасаҡ, әлбиттә. Водителдән дә ҡолаҡ ҡағам тип өркөп бөткән башлыҡтарға почтальон ғына булаһы ҡалды.
Беҙ Ленин түгел, почтаны баҫып алып, үҙебеҙгә буйһондора алмайбыҙ. Шуға, өмөтләнеп, көтәбеҙ: миһырбанлы бул, почта, эшләргә тейеш эшеңде эшлә. 

Был һорауҙы ла почта начальнигына (Мәләүез) тура ебәрҙек. 

Автор:
Читайте нас