

Ләйсән Нуриәхмәтова, Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
- Әлеге ваҡытта бик күп ауылдарҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ялда. Август айында отпусктары бөткәс барыһы ла эшкә сығасаҡ. Дискотекалар яһағыҙ, клубтарҙы асығыҙ, тип чатҡа яҙып торабыҙ. Шәмбе көнө ауылдарҙа дискотекалар уҙа. Яҡуп ауылында 0,5 ставкаға эшләйҙәр, Түкәндә ауыл халҡы йөрөмәү сәбәпле клуб ябыҡ ине, әле быйыл халыҡ һорағас эшләргә кеше табып 0,5 ставкаға сығарҙыҡ. Абдулға килгәндә элекке хеҙмәткәребеҙ ҡалаға күсеп киткәс ике уҡытыусыны яртышар ставка биреп сығарған инек, береһе ялда, икенсеһе эшләп йөрөй. Йәштәр клуб асылмай, тип ялыу яҙырға ярата ла бит, үҙҙәре асыҡ клубтарға бик йөрөмәй. Ермолаевола ла беҙ клуб асабыҙ, унда эсергә ярамағас, ауыл үҙәгендә йыйылып музыка аҡыртып аптыраталар.