

2 сентябрҙә Молоканға бер төркөм ир-ат, техника килеп төшә лә, элекке магазин бинаһын һүтергә тип керешә. Быны күргән-ишеткән бер нисә ауыл кешеләре яндарына килеп арҡыры баҫа – нимә эшләп беҙҙең магазинды урлайһығыҙ? Һатып алдығыҙ? Ә бынауы ерҙә ятҡан плиткаларын, улайһа, ниңә алмаҡсыһығыҙ? Был магазинды колхоз төҙөнө, при чем тут Райпо?Көпә-көндөҙ беҙҙе таларға килдегеҙме, разбойниктар?
Янъял ҡуба башлағас, полиция ла килә. Уйын эш түгел, олоға китһә, бер кемдең дә башын һыйпамаҫтар. Ай-вай итә торғас, бинаны емермәйҙәр. Быныһы, моғайын, ваҡытлысалыр, ҡасан да булһа, Райпо бинаһын алып китерҙәр. Унда хәҙер (күптән инде, Р. Бабченко киткәс тә) яңы хужа, ул Райпоның бурыстарын ҡаплай, буш торған биналарҙы һата тип «Юшатыр»ҙа элегерәк яҙылды.
Әлеге Молокан магазины «тере», тик оҙаҡҡамы? Молокан халҡын аңлап була, ғүмере буйына ошонда, кибеткә тип, йөрөнөләр, колхоздарыныҡы ине, хәҙер килеп, уны кемдер килә лә ала ла китәме? Тиҙҙән ауылда ошо проблемаға арнап, сход үткәрәбеҙ тиҙәр, беҙҙе лә саҡырырға вәғәҙә иттеләр...
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫылды.
Алдараҡ: Бесән өҫтөндәге эт