Запорожье яҡтарынан көн дә күп сәләмдәрен ебәрә егеттәр, Рәшит үҙе лә, тегендә булдым, быны күрҙем тип, беҙҙе ҡыуандырып тора. Кисә Азовсталь заводын төшөргән, шуны ебәрҙе. Нимә тип әйтергә, күренеш бик күңелле түгел...
Был егеттәрҙә ҡунып сыҡтым, мунса индем, икенселәрендә булдым... Картина беҙҙең күҙ алдына тере килеш баҫа, әйтерһең, үҙебеҙ ҙә, уға эйәреп, йөрөп ятабыҙ.
Егеттәр рәхмәт әйтеүҙәрен дауам итә. Был юлы Күмертау ҡала Советы депутаты Маргарита Фәнит ҡыҙы Моратбаҡыеваға. Баҡһаң (беҙ белмәй ҙә ултырабыҙ), ул ошо гуманитар йөктө йыйыуға күп көс һалған икән, Өфөнән тапҡан бағымсыларҙы, Ырымбурҙан да тапҡан... Беҙ әлегә егеттәрҙең видеосәләмен ҡуйып торабыҙ, ә инде иҫән-һау ҡайтҡас, күберәк рәхмәттәрҙе, әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәрҙе Маргаританың үҙенең күҙенә ҡарап әйтерһегеҙ.