Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Ноябрь , 13:15

Түгелмәһен Әсә йәштәре

Әсәләргә ҡушылып, беҙ ҙә иланыҡ...

Түгелмәһен Әсә йәштәре
Түгелмәһен Әсә йәштәре

Яңы Морапталда бөгөн матур сара булды. Күңелле тип яҙырға ҡул бармай, беҙ кисә хәбәр иткәнсә, һуғыш уты ҡағылған әсәләрҙе йыйҙы морапталдар.

- Бындай сара беҙҙең районда бары тик һеҙҙә генә үтә, - район башлығы Лира Тереғолова шулай тип маҡтаны, - Венер Йәғәфәр улы, һеҙҙе күптән белһәм дә, әле эшегеҙҙе ҡарап, һоҡланмай булдыра алмайым, маладис.

Мораптал биләмәһендә тыуып-үҫкән 12 егет яуҙан иҫән ҡайта алмаған. 

Азамат Туйгилдин менән Зилә Симакатова йырланы. Әсәләр хаҡында. Былай ҙа саҡ ултырған әсәләрҙең барыһы ла илап ебәрҙе, тыйнаҡ ҡына итеп. Лира Рафаил ҡыҙы ла кеҫәһендәге ҡулъяулыҡҡа үрелде...

Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: