Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
20 Ноябрь , 15:28

Хәрби поезд үтә тип ишеткәс...

Хәтимә ИМЕЛБАЕВА, Тимербай ауылы

Хәрби поезд үтә тип ишеткәс...
Хәрби поезд үтә тип ишеткәс...

Башҡортостанымдың бөйөклөгөн
Белергә була уның халҡынан,
Ул бит көслө, ҡыйыу, йомарт, берҙәм
Беҙ барыбыҙ Рәсәй ҡанынан!

Хәрби поезд үтә тип ишеткәс,
Күтәрелде халҡым ярҙамға.
Машина-машина тейәп килтерҙеләр
Дарыу, кейем, аҙыҡ, барыһын да.

Волонтерҙар, оло йәштәгеләр,
Кем генә юҡ, һеҙгә мең рәхмәт.
Илебеҙгә тоғро мөхәббәтен
Күрһәттеләр изге эш эшләп!

Тик ҡайтһындар! Һалдаттарыбыҙ иҫән
Һәр береһе үҙенең йортона.
Баш эйәбеҙ Герой батырҙарға
Һәм ғәҙи ҙә, бөйөк халҡыма!

Ҡараһындар! Бөтөн донъя күрһен
Бына ниндәй беҙҙең илебеҙ!
Ундай халҡы менән бөйөк илде
Ғүмерҙә лә, белегеҙ, еңмәйһегеҙ!

Автор:
Читайте нас: