Таймаҫ ауылында йәшәгән был әсәне күптәр белә, Араптанова Венера, тәүге улы 2014 һәләк булды, икенсеһе яңыраҡ (был ҡайғылар тураһында «Юшатыр» бер нисә тапҡыр яҙҙы).
...Бер мәл район башлығы Лира Тереғолова Әсә янында булғанда уның йорто янындағы ут бағаналарына терәлеп тиерлек үҫкән ботаҡтарҙы күргән. Венера апай, моғайын, үҙе лә өндәшкәндер, ҙур ботаҡтар арҡаһында бәлә-ҡаза булып ҡуймаһын. Сентябрь айы ине ул ваҡытта, ана эшләйбеҙ, бына эшләйбеҙ тип вәғәҙәләр бирә торғас, ниһайәт, үтенесте үтәп ҡуйғандар.
...Күңелдәрҙе ҡаплап, өйкәп, ҡанһыратып торған ҡайғыларҙы ла, ошо ботаҡтарҙай итеп кенә, сабып ташлап булһа ине....