Ире һуғышта булған ҡатын үҙен нисек тоя, был турала беҙ Елена менән һөйләшкән дә булды (ул ире янына барып ҡайтҡайны), өҫтәүенә... Үҙе лә яман сир менән ауырый. Ике балалы, яуыз һуғыш арҡаһында яңғыҙы йәшәргән мәжбүр зат яңыраҡ тағы ла туптар шартлаған яҡтарға барып ҡайтҡан - Луганск ҡалаһына. Был юлы иремде күрәм тип кенә бармаған, ә үҙе госпиталдә санитарка булып эшләп ҡайтҡан.
- Йәп-йәш кенә малайҙарҙың яраланып ятыуын күреүе ауыр булды. Махсус медицина белемем булмаһа ла (Елена Червонова Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Сауҙа үҙәге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе), уларға ярҙамым тейҙе. Бына, ошо госпиталдәге эшмәкәрлегем өсөн хатта Маҡтау ҡығыҙы ла бирҙеләр. Яралы егеттәргә күберәге мораль ярҙам кәрәк. Бер аяҡһыҙ ҡалған егет, өйөмә ҡайтмайым, мин унда ошолай килеш кемгә кәрәк тип, ныҡ төшөнкөлөккә бирелгәйне. Төнө буйы һөйләшеп сыҡтыҡ уның менән. Таңға йөҙөндә йылмайыу барлыҡҡа килде, йәшәүгә дәрте артты, туғандарым янына ҡайтам тип ниәт итте. "Тегендә" барырға ҡарар иткәс, әлбиттә, ике балам да, ата-әсәм дә ҡаршы килде, әммә мин уйымдан ҡайтманым. Һәм үкенмәйем. Иремде лә күрҙем, аҙмы-күпме яралыларға ярҙамым да тейҙе. Луганскиға тағы барғым килә...
Барыр был. Алдына алғанын ҡуймай, ауыр булғанда ла ғүмер буйлап йылмайып китеп барған кеше - һалдат ҡатыны.