Молокан ауылы старостаһының махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәргә ҡасан, нисек ярҙам итеүе хаҡында беҙ гел яҙҙыҡ, ул өйөнә ҡайтып та өлгөрмәй, йәһәт кенә тағы ла гуманитар ярҙам йыя ла тағын юлға сыға – егеттәр уны көтә.
Әле, һуңғы ике-өс аҙнала ғына, Рәшит бер нисә тапҡыр барып ҡайтты яҡташ егеттәр янына. Аҙаҡҡы сәфәре Запорожье яландарына булды. Уны белгән һалдаттар үҙҙәренә нимә кәрәк-кәрәкмәй, әйтеп тора, Рәшит, уларҙы табып, алып барып тора ине. Ине тибеҙ, бынан ары Молокан ауылы старостаһы гуманитар ярҙам ташыуҙан баш тартмаҡсы.
Был хаҡта тулыраҡ киләһе һанда гәзиттә баҫыла.