Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн

Халыҡ шағирының атаҡлы был шиғырын тулыһынса уға арнарға ла булыр ине.

Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөнЙыр өсөн һәм тыуған ер өсөн
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн

Тик тап килмәй. 

Эйәрләне атай, ялын үреп, 
Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын, 
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының 
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын. 
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! 

Атай ҙа юҡ был донъяла, әсәй ҙә. Улар күптән инде ер ҡуйынында. Әммә тыуған ер бар, туғандар, балалары бар. Кисә уны тимер юл вокзалында оҙатып ҡалдыҡ. Беҙ, абзыһы, абзыһының улы Захар. Бәләкәскә ҡыҙыҡ, үлән араһында йөрөгән ҡояш апайҙарҙы баҫтырҙы, кеҫәрткене күреп ҡалып, Ер йөҙөндәге иң ғәжәп хәлгә тап булғандай, ҡыуанды, поезд вагондарын һананы. 

Ололарҙа башҡа хәстәрҙәр. Оҙон-оҙаҡ һөйләп-гәпләшеп тороуҙан файҙа, мәғәнә, уныһынан бигерәк, теләк юҡ, күбеһенсә өндәшелмәне, һөйләгәндә лә теманы ситкәрәк алып киттек. 

- Давай, иҫән йөрө, ҡайтҡас, бер типтереп, байрам итербеҙ.

Атасак таң, киләсәк яҙ өсөн, 
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн, 
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн, 
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн ― 
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Валерий Любимов хаҡында алдараҡ: Табыныу,   Иҫән ҡайт, ҡустым

Автор:
Читайте нас