

Яҙғаны шул: уны һуғышҡа оҙаттылар. Кем менән бит әле - Филиза Фәйзуллина үҙе алып китте был "дөлдөлдө". Тәғәйен кешеһенә алып бара уны, Иван Логачевҡа. Филизаны ла, Иванды ла кемдәр ул тип, береһе лә һорамаҫ, икеһен дә бөтәһе лә яҡшы белә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был машиналарҙы (тағы береһе бар) Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибәте яуҙағы егеттәргә ярҙам йөҙөнән әҙерләгәйне.
Бараһы ереңә имен генә барып етеп, Иван Николаевичҡа, бүтән яҡташ егеттәргә ҡайнар сәләмдәр тапшыр, Жигули, һәм, быныһы иң мөһиме, үҙең дә бөп-бөтөн, егеттәр ҙә иҫән-һау булып, тыуған илдәргә елдереп ҡайтырға булһын.
Алдараҡ: Ҙур терәк булһын