Ауылдың исеме лә, кешеләре лә матур, бәхәс юҡ, ана шундай матур, тарихын онотмаған халыҡ йәшәгәнгә лә морапталдар бер идея менән яна:
мәҙәниәт йорттарына исем бирергә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен. Хәтәр яңғырай бит - Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Яңы Мораптал ауылы мәҙәниәт йорто!
Әле ошо исемде бирергә кәрәк тип халыҡтан имза йыялар. Кәрәк инстанцияларға хат ебәрергә. Был идеяғыҙ аҙағынаса барып етер һәм данлыҡлы композитор, йырсыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүгә үҙегеҙҙең ҙур өлөшөгөҙҙө керетерһегеҙ тип ныҡ ышанабыҙ.