

Тыуып-үҫкән ауылына Ғәлим Хисамов ҡайтты. Ҡайтты ғына түгел, ә рәхәтләнеп ауылдаштары менән һөйләште. Сараның исеме нисек тип һорағас та, ҡаҙармалар әйтте: шәжәрә байрамы тип тә атарға була, әммә Ғәлим Афзал улы: яҡын кешеләрем менән осрашыу тиһәң раҫҡа яҡын булыр, тине. ...Кинйәбай тарихы, уның данлыҡлы кешеләре тураһында һөйләнеләр, бүләктәр бирештеләр. Район Советы сәркәтибе Әхәт Исламғолов яҙыусыға ат һүрәте тотторҙо.
- Ҡайҙа ысын ат?
- Йүгәнле ысын атта райондың энциклопедияһын төҙөп бөткәс бирербеҙ... Рузит Әхмәтов йырланы, әлбиттә.
Ҡартаймәле, әсәй, ҡартаймәле...
Башҡа әллә ниндәй һағышлы, үкенесле уйҙар килде, төрлөһө уйланды, үткәндәр, әлеге тормош, һуғыш.... Күҙҙән йәштәр сыҡты, кеше алдында илап ҡына ебәрмәҫкә ине...
Әйткәндәй, Ҡаҙармаға попутка менән барҙыҡ – бензин бөттө. Был матур кешеләр янына, матур сараға алып барып, иҫән-һау кире йөрөтөп алып ҡайтҡандары өсөн Керәүле ауылы хакимиәтенә, атап әйткәндә, Гөлфирә Ғәббәсоваға, Игорь Ворошиловҡа ҙур рәхмәт.
Был саранан репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыла.