Проблема былтырғы тиһәң дә була, был мәсьәлә буйынса беҙ былтыр йөрөгәйнек.
Бына әле лә район китапханаһына бәйле булған һорау. Торлаҡ йорттоң подвалында китаптар һаҡлана, һыуға батып, күгәреп, сереп ята, етмәһә, был йортта йәшәгән кешеләргә ҡурҡыныс: ут-фәлән сығып китһә?
...Эште «Йәшлек» мәҙәниәт һарайынан башланы Ғәйнетдин Ғәзиз улы. Китапхана бынан Калинин урамына – элекке ҡаҙна йорто күсте. Мәҙәниәт һарайында бүлексәһе генә ҡалды. Ултырған ерҙәре насар түгел, ҡалған, китапханан бушаған майҙанды артистарға биргәндәр, улар бик ҡыҫылып ултыра ине, юғиһә.
Музейға һуғылдыҡ. Баҡһаң, район музейының да тын алырға ла урыны юҡ – бүләмәләренә һыя алмай. Экспонаттар күп, етмәһә, СВО-ға ҡағылған музей ҙа асырға кәрәк, ҡайҙа барып тығылырға?
Фараздар төрлөсә яңғыраны: почта бинаһына барығыҙ тигәндәр, унда СВО музей асырға була, лесхоз, ана, үҙенең буш бинаһын районға бирә, унда ла мөмкин музей булдырырға (тик бер әтнәкәһе бар: лесхоз бинаһына елле генә ремонт эшләргә кәрәк тәүҙә, ә уға аҡса кем бирә?). Шәбағыш. Мәктәп буш ҡалды, Пушкин музей бар, әйҙә, шунда күсегеҙ ҙә ултырығыҙ бөтөн музейығыҙ менән бергә, хөрриәт, сәхрә...
Эш проблеманың үҙенә лә барып етте. Элекке сәнғәт мәктәбендә урынлаштырғандар кәрәкмәгән китаптарҙы . Подвалда. Кәрәкмәгән тип әйтеүе, шулай ҙа ,яҙыҡ булыр, утилгә тигән китаптар байтаҡ, әле уҡырға яраҡлығы ла бар. Маркс, Энгельс, Ленин китаптарын да хатта ташлауы йәлке тинеләр, кем белә, кемдеңдер уларҙы уҡығыһы килер, йә, коммунистар кире власҡа ҡайтыр...
Ә һыу юҡ был подвалда. Шапыртып, ҡупыртып ялыу яҙғандар, беҙҙә ул яҡҡа оҫталар күп. Дөрөҫ, китаптар иҙәндә ята, уныһы ла ваҡытлыса, тиҙҙән стеллаждар була, бөтәһен йыйыштырып, матурлап теҙеп ҡуябыҙ тинеләр. Саң ҡағырға урын юҡ.
Китапхананың үҙендә лә тәртип икән. Теге саҡ боғаҙҙан алып талашыр хәлдә инеләр, әле барыһы ла һәүетемсә. Дөрөҫ, ҡайһы ерендәлер ремонт кәрәк, китаптарға стеллаждар кәрәк, улары июнь урталарына тиклем эшләнер, тип дәртәләнеп тора китапханасылар. Йылы һыу бар, бер түгел, ике бәҙрәф, эшлә генә.
Шулай итеп, депутат менән ярты көнөбөҙ үтте, әммә бушҡа үтмәне, кеше һүҙе тыңлағансы, үҙ күҙҙәрең менән күреү мең тапҡырға яҡшыраҡ.