Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ноябрь 2024, 14:24

Ике тәкә башы

Ҡатындар талашҡанына шаһит булғанығыҙ бармы?

Ике тәкә башы
Ике тәкә башы
Барҙыр, күбебеҙ байтаҡ ғүмер йәшәгән кешеләр, шуға әйтә алабыҙ: бындай күренештән Хоҙай һаҡлаһын. 
Яңғылыштанмы (хәйер, эш тип барғайныҡ), бөгөн бик күңелле булмаған күренешкә тап булдыҡ. Ҡатындар әрләшкәндә, һүҙ ҡыҫтырырмын тимә (йә, ҡыҙған баштан, үҙеңде лә әрләп ташларҙар) күҙеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, аптырап тик тораһың. 
...Ермолаево балалар китапханаһының хәлен белә инек - ҡот осҡос ине ул (Юшатырҙа был турала яҙылды). Боронғо бина, ремонт тигән һүҙҙе онотҡан, бәҙрәфе - тышта. Бына шул китапхананы казначейство биләп ултырған бинаға күсерҙеләр. Был казначейство, әйткәндәй, хәҙер беҙҙә юҡ, ул кәрәкһә, Мораҡҡа тәпәйлә - хакимиәттең үҙен генә ҡайҙалыр ситкә күсерәһе ҡалды. 
Яңы, иркен урынға күскәс, ҡыуан да эшлә, тик.. Йәшлек мәҙәниәт һарайында һин дә мин эшләп ятҡан Үҙәк китапхананы ла ошонда күсерергә булғандар - бар ыҙғыш ошонан килә. 
- Балалар китапханаһына урын аҙ, нимәгеҙҙе уйлап бында күстегеҙ?- балалар китапханаһы етәкселәре Үҙәктеке етәксеһенең өҫтөнә менеп килә,  - ултырыр инегеҙ РДКла. 
- Давайте, ҡыҙмағыҙ, культурно ғына һөйләшәйек...
- Нимәһен һөйләшәһең, беҙһеҙ бөтәһен хәл итеп бөткәнһәгеҙ, беҙгә балалар килә, улар төрлө йәштә, балаларға китап уҡыр, һайлар өсөн дә, уйнар өсөн дә иркен урын кәрәк. Беҙҙең грант та бар - Театральная мозайка, уны сәхнәләштереү өсөн дә ирек кәрәк. 
- Бөтәһе лә һәйбәт була, анауы бүлмә һеҙҙеке, бынауы ла. 
- Күсмәҫкә ине, РДКла урын етмәй тиһегеҙ, коллективтарға, имеш, унда коллективтар ҡалдымы ни? Ниңә юҡты һөйләһегеҙ? Беҙ бынауында ҡыҫылып ултырырға тейешме хәҙер? Беҙ Шафиҡоваға ла, Хәбировҡа ла ялыу яҙҙыҡ... 
Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына һүҙ ҡыҫтырабыҙ: 
- Ошоно ғауға әйләндермәй генә хәл итеп булмай инеме? 
- Була ине, тик беҙҙе факт алдына ҡуйҙылар, кәңәш-төңәш иткән кеше лә булманы. Социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарға әйткәс, выше головы не прыгайте, тине. Үҙе килеп тә әйләнмәне, телевизорҙа йәки радиола йөрөп ҡалдымы икән... Әле бында кем һикерә лә, кем ырғаңлайҙыр...
Был турала тулыраҡ гәзиттә баҫыласаҡ. 
Автор:
Читайте нас: