Илһөйәрлек
27 Апрель 2023, 07:40

Тыуған илең гел көтә

Радмир - Көйөргәҙе районы егете. 

Тыуған илең гел көтәТыуған илең гел көтә
Тыуған илең гел көтә
Бәләкәйҙән ниңәлер офицер булырға хыял итте, ата-әсәһе тегеләйтеп ҡарамайһыңмы, былайтмаһыңмы тигән кеүек буласаҡ эш һөнәрен һайлауҙа үҙ тәҡдимдәрен әйтеп ҡараны - егет барыбер үҙенекен итте  -хәрби училищеға уҡырға инде. Илкәнәй ауылында йәшәгән атаһы менән әсәһе аҙаҡ, улын хәрби формала күргәс, ныҡ ғорурланды, Мәскәүгә янына барып йөрөнөләр...
Украиналағы хәлдәр башланғанда, Радмир Араптанов, командир булараҡ, шул ерҙә ине. Нимә күргән, нимә кисергән - офицер һөйләп барманы, бер нисә айҙан ул яраланып, өс ай госпиталдә ятҡандан һуң, тыуған ауылына ҡайтты...
Әле ул кире сафҡа баҫты. Бригада командиры урынбаҫары. 
Теге саҡ, яраланып ҡайтҡанында, бар ауыл юл сатына тороп, малайҙарын ҡаршы алғайны. Ул саҡта кисергән хистәр! 
...Илкәнәйең һине гел көтә. Иҫән-һау ҡайтырға яҙһын, Радмир. 
Алдараҡ Радмир тураһында яҙғаныбыҙ. 
Автор:
Читайте нас