Бындай хәлдәрҙе һуңғы ваҡытта күп күрҙек. Теге район йәки ҡала чиновнигы киткән, быныһынан юлланған...
Көйөргәҙе районы башлығы ла, ана, тотто ла китте, аптырап ҡарап тороп ҡалдыҡ. Унан алда ла беҙҙең район хакимиәтендә эшләгән йәш егет шулайтҡайны. Был хәлгә лә ғәжәп иттек - бронь бар ҙа баһа. Эш хаҡы ла бик насар түгелдер, был аҙымға нимә этте һине, Р.?
Яуға барғас, үҙеңә ҡушамат табырға кәрәк, беҙҙең егет тапҡан - Веном.
Marvel комикстарындағы герой исеме икән был. Ғәжәп көскә эйә икән үҙе, Кеше-Үрмәксе кеүек. Әле ялға ҡайтҡан. Район башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы (ысын башлыҡ тегендә йөрөй, әйткәндәй, уның ҡушаматы - Глава) А. Сәйфуллин менән осрашҡан. зарланмаған. Геройҙар зарлана беләме ни?
Шулай ҙа, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтып, ҡәҙимге донъяуи эштәргә тиҙерәк тотонорға яҙһын ине һиңә, Веном. Ысын геройҙар тыныс тормошта ла ныҡ кәрәк.