Туптар атҡан, миналар шартлаған ваҡытта. Улар Екатеринбургта осрашҡан. Бөгөн түгел, әллә ҡасан. Шунан бирле яҡташ ҡыҙҙар бергәләр.
Бәйләнеш насарыраҡ булды, хәйерһеҙ, әммә улар яҙған бер нисә һүҙҙе уҡыу беҙгә матур тарихлы бер романды уҡып сыҡҡандай тойолдо. Рәхәт булып китте.
- Встретились в Екатеринбурге. Мы там формировались. И с тех пор вместе везде, и в огонь, и в воду. Она сама уроженка нашего района, закончила БРГИ и поступила в мед училище г Уфа...
Гюрзаның, беҙҙең аҡҡошобоҙҙоң (ниңәлер ул ошо ҡош сүрәтендә иҫтә гел) әйткәндәре ошолай ғына ине.
Иҫән генә булығыҙ, әхирәттәр, яҙыласаҡ тормош китаптарығыҙҙың әле яҙылмаған аҡ, саф биттәре һеҙҙе бында - тыныс тормошта көтә.