Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
28 Июль , 13:58

Бына һуғыш бөтөр ҙә...

Дмитрий менән айырылмаған да кеүек.

Бына һуғыш бөтөр ҙә...
Бына һуғыш бөтөр ҙә...

Кисә генә ошо уҡ ултырғыста янда ултыра ине кеүек, ә ул көндән байтаҡ ғүмер үтеп киткән,  быныһы ярар, Д. Глущенко һуғышта ла йөрөп ҡайтып өлгөрҙө.  Беҙ уны тап ошо ваҡиғаға бәйле саҡырғайныҡ – хәлдәрең нисек, һалдат?

- Һин районда «Движение первых» ойошмаһын етәкләй инең, бик дәртле генә итеп эште башлаған кеүек булдың да, юҡҡа сыҡтың. Баҡһаң, һуғышҡа китеп барғанһың икән. Ниңә улай?

- Мин быға тиклем дә гуманитар миссия менән Донбассҡа барғаным булды, ундағы тормошто, яугирҙәрҙең хәлен белә инем, улай ғына түгел, 2014 йылдан уҡ, бәләкәй саҡтан тиергә лә була, Украинаның көнсығышындағы ваҡиғаларҙы күҙәтә бара инем. Уйланым-уйланым да, Дондағы Ростов ҡалаһына барып контрактҡа ҡул ҡуйҙым – Барс ирекле батальонында хеҙмәт итергә. Өйҙәгеләр ҡаршы булды, әлбиттә, атай ғына: ярар, үҙең һайлаған юл тип фатихаһын бирҙе. Үҙем армияла хеҙмәт иткәс, яҡынса, мине унда нимә көткәнен белә инем, шаҡ ҡатырлығы булманы.

- ... Һуғыш бөтөр, Аллаһ бирһә, күп һалдаттар ҡайтыр. Улар йылдар буйы тыныс тормоштан айырылған, йәшерене юҡ, үлемде күп күргән егеттәр булыр. Бәғерҙәре ҡатҡандыр ҙа, күңелдәре лә бик һау түгелдер, улар менән йәмғиәт нимә эшләргә тейеш булыр? Бит, мәҫәлән, АҠШ-та вьетнам, корея һуғыштарынан һуң, илдәрендә махсус дауаланыу үҙәктәре асҡандар, тәнде түгел, йәнде дауалай, егеттәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштыра торғанын (“Рэмбо. Беренсе ҡан” фильмын иҫкә алайыҡ). Беҙҙә нисек булыр, ҡанҡойош аша үткән ир-егеттәр менән махсус шөғөлләнербеҙме?

- Йәнә бер һорау. Быныһы, бәлки, яуапһыҙҙыр ҙа... Беҙ егеттәрҙе күпләп ерләйбеҙ, һаман хәтерҙә, районға һәләк булған иң беренсе һалдат ҡайтты. Шунда әйтәм: әле килә ятам Керәүленең алама юлынан, үҙем уйлайым: суҡынһын насар юлдары, нисек тә түҙербеҙ, иң мөһиме – һуғыш бөтһөн. Бер ир ҡаршы төштө: һуғышҡа һылтанып, барыһына түҙергә тейешме ни беҙ? Ниңә беҙ алама юлдарҙан йөрөргә тейеш?

Әңгәмә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас