-18 °С
Облачно
Былтыр ауылыбыҙ мәсетенә бик кәрәкле һәм яҡшы ярҙам күрһәткән Мәрүәр апай һәм Филсүн ағай Сәғәҙиевтәр менән осраштыҡ. Уларҙың өйҙәрендә сәй табыны артында яҡындан танышып, уларға рәхмәттәребеҙҙе еткерҙек. Табын артында бик йылы әңгәмәнән һуң әруахтар рухына бағышлап доғалар уҡыныҡ. Мәсетебеҙ һурәте төшкән бокалдарҙы иҫтәлеккә бүләк итеп хушлаштыҡ улар менән. Бик мул табын әзерләп, йылы әңгәмә өсөн Мәрүәр апай менән Филсүн ағайға ҙур рәхмәт!
Улар башлаған изге эштәре, Ҡотлоюл ауылында мәсет төҙөү эштәрен, еңеллек менән башҡарып сыҡһындар, Аллаһ бирһә! Үҙҙәренә сәләмәтлек, эштәренә уңыштар, хайерле һәм бәрәкәтле тормош, күрһәткән изгелектәренең сауаптары насип булһын.