Әлбиттә, үҙемде ысын мосолманмын тип әйтерлеге аҙҙыр, дини кешегә мотлаҡ тигән ғәмәлдәрҙе башҡармайым (улар бишәү). Ифтарға саҡырғанда ла оялып бараһың, был ашарға ғына килгән икән тип бармаҡ төртөрҙәр һымаҡ. Гонаһ өҫтөнә гонаһ өҫтәлә кеүек. Шулай ҙа, күңелдә нимәлер бар, ярамай тигәнде аңлай, күрәләтә, үҙең белеп, гонаһ ҡылыуҙан тартынаһың, Тура килгәндә, изге эш башҡарырға тырышаһың, юлда кемдер йәйәүле осраһа, мотлаҡ туҡтап алаһың. ҡыш көнө туңып, йәй көнөндә бешеп сарсып тормаһын. Аҡса тәҡдим иткәндәрендә баш тартаһың, ихлас итеп рәхмәт әйт, шул етә. Ысын йөрәктән әйтелгән рәхмәттең бәндәгә ярҙам иткәненә ныҡ ышанам. (Кеше рәнйешенең дә башҡа төшөрөнә лә ышаныс ҙур). Урамдамы-ҡайҙа берәҙәк эт йәки бесәйҙе күрһәм, магазиндан ашамлыҡ алып һалып китәм. Был мәхлүктәр рәхмәт әйтә беләлерме, уныһы ҡараңғы, шулай ҙа бисара йәндәргә тәғәм биргәс, йәнгә еңеллек килә. Ризамын, быныһы эгоизмдыр, һин эт өсөн яҡшылыҡ эшләнеңме, үҙеңде уйлап башҡарҙың бит быны, имеш, шәп кеше, ғәмәл дәфтәренә яҙһындар, теге донъяла хөкөм иткәндәрендә, был Алла ҡоло шундай-шундай эштәр эшләгән икән, маладис, рәхим ит ожмахҡа тиһендәр өсөн эшләйһең... Төпкә төшһәң, әллә ҡалай уйҙар килә. Мин-минлекте, шуға ла, ситкәрәк ҡуйырға тырышам. Нимә ҡылһам да, Алла хаҡы өсөн тим гел. Изгелек эшләйем тип, гонаһты арттырғы килмәй.
...Ул бөгөн дә урамда ултыра. Теге ваҡыт гәзиттә яҙылып сыҡҡан Әхәт. Гитарала уйнап, хәйер йыя. Күрештем. Таныманы. Танырға теләге лә юҡ ине ахры.
- Ауырыйым.
- Бахмурмы ни?
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫыла.