Әммә донъя гел беҙ уйлағанса ғына бармай, өлгөртөп булманы. Шулай ҙа, сабыр иткән - моратына еткән,
Ҡотлоюл ауылы мәсете тиҙҙән ишектәрен асасаҡ. Тамамланаһы эштәре күп ҡалмаған. Бәлки, райондың юбилейына ла өлгөртөрҙәр. Әйткәндәй, ике көн элек кенә мәсетте һалдырыусы апайыбыҙ - Мәреүәр Әхтәм ҡыҙы Сәғәҙиева - кереп сыҡҡайны, Ауыл мәсетен төҙөүҙә кем ярҙам иткән, шуларҙың оҙон теҙмәһен алып килгән, утыҙҙан ашыу исем.
Мәсет асылыуға беҙҙе лә саҡырҙылар, Ҡотлоюл ауылында яңғыраған аҙан тауыштарын беренселәрҙән булып ишетәсәкбеҙ.