Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Июнь , 18:09

Килге килеп кенә тора

Яманғол ҙур ауыл түгел.

Килге килеп кенә тора
Килге килеп кенә тора

Бөгөнгө көн күҙлегәнән ҡарағанда, бөтөнләй бәләкәй ауыл тиергә була, халыҡ ҡайҙа ла кәмей. Әммә эш ҙур-бәләкәйлектә түгел, халыҡтың сифатынан тора барыһы ла. Ә Яманғолда уңған, иманлы кешеләр күп. Берҙәмдәр. Мәсеттәрен 2019 йылда ғына төҙөй башланылар (элекке Райпо магазины бинаһын мәсет иттеп төҙәттеләр, Райпо ул саҡта йомарт ине, әле, ана, Ҡаҙарма яфалана - ишелергә торған магазинын бирмәй), бынан һуң мәсеттәрендә күпме эш башҡарылды - үҙҙәре белә, Хоҙай белә лә беҙ беләбеҙ (һәр аҙымдарын яҡтыртып барҙыҡ). Әле мәсеттәренә өр-яңы балаҫтар түшәгәндәр. Бәләкәй генә штрих - ә иман йорто ҡалай балҡып китте! 

Яманғолдарҙың мәсеттәре тупһаһын былай ҙа һыуытҡаны юҡ ине, бынан ары халыҡ тағы ла күберәк ағылыр, бындай балаҫҡа баҫҡы йәки ултырғы килеп кенә тора. 

Автор:
Читайте нас: