Республиканың төрлө район-ҡалаларынан барлығы 180 көрәшсе килгән был бөйөк мәғрифтсе рухына бағышланған ҙур сараға.
Район-ҡала етәкселегенән вәкилдәр, Ҡоролтай депутаты, үҙебеҙҙең мөхтәсибәттән диндарҙар тәрбикләне батырҙарҙы. Был турнирҙы, беләһегеҙҙер, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибәте ойоштора ла инде. Киң масштаблы ярыш, Өфөнән килгән ҡунаҡтар ҙа шуны билдәләп үтте – маладсы, егеттәр!
Күп кенә спортҡа өлөш кереткәндәр бүләкләнде, бағымсыларға айырым рәхмәт әйттеләр, улар булмаһа, был сара ла булмаҫ ине.
Йола буйынса вилсәпит бүләк иттеләр. Быйылғыһы Ә. Рафиҡовҡа эләкте.
- Ниндәй матур көҙ, ниндәй матур спорт сараһы, - Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов табын артында шулай тине, - барыһы ла бар – бына өҫтәлде ҡарағыҙ, юҡ нәмә үҙе юҡ. Һәр кем ҙур-ҙур йорт, фатирҙа йәшәй, һәр береһенең машинаһы бар. Туғандары иҫән, балалары йүгереп йөрөй. Ошо бәхетте беҙ ҡай саҡ күрмәйбеҙ, һиҙмәйбеҙ, һаман нимәлер етмәй, үҙебеҙҙән байыраҡтан көнләшәбеҙ. Ә беҙҙән дә күпкә насарыраҡ көн иткәндәр тураһында онотабыҙ.
...Был кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй,
Ҡара икмәк булһа, аҡ етмәй,
Шыуышып йөрөгән саҡта – аяҡ етмәй,
Йәйәү йөрөгән саҡта – ат етмәй,
Аты булһа, машинаһы етмәй.
Осор өсөн ракетаһы етмәй..
Планетаһы етмәй… Күк етмәй…
Был кешегә ифрат күп етмәй.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә яҙыласаҡ.