Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Март , 07:24

Яҡут ауылының меценаты

1982 йылда, Мөхтәр мырҙам Ялсыҡаевтың, бик уңышлы ғына Кумертауҙа эшләп йөрөгән еренән, ҡапыл ғына, ғаиләһен алып Себер тарафтарына юлланыуының серен үҙе генә беләлер. Бәлки, Аллаһы Тәғәләм шулай ҡушҡандыр!

Яҡут ауылының меценаты
Яҡут ауылының меценаты

Элегерәк әйтһәләр, ул үҙе лә ышанмаҫ ине, ауылдың хәйриәсеһенә (меценатына) әйләнеп килтеренә.
1984 йылда Катконефть ойошмаһына эшкә барып кереп, үҙен алыштырғыһыҙ белгес итеп күрһәтә. Тырыш, уңған йәш белгесте тиҙ күрәләр, шул уҡ ойошманың директор урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр.
Сит ерҙәр ҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә дә олтан бул- тиһәләр ҙә, Катконефттә 10 йыл эшләгәндән һуң, ООА. СПЕЦ. ойошмаһына директор итеп тәғәйенләнә.
Шулай итеп, Когалым ҡалаһының үҙ кешеһенә әйләнә туғаным. Үҙенең тырышлығы менән бик күп наградалар менән бүләкләнә. Һәр оҙон ялында ауылға ҡайтҡанында, емерек мәсеттең урынын күреп эсе боша, урам уртаһында шыр яланғас, бушлыҡ барлыҡҡа килгән, иҫке мәсетте кемдәрҙер емереп алып киткән ваҡыт була был. Ошо хәлде күреп, әсәйемә, ауылға мәсет кәрәк- тип, гел генә әйтер була.
Бер ауыл собранияһында, әсәйем барған була, акурат депутаттар йыйылған ваҡыт;
Ауылға мәсет кәрәк тигән мәсәльәне күтәрәләр. Мырҙамдың ауылда сағы, әсәйем ҡайтып әйтә;
- Улым, ауылға мәсет һалалар, һин дә ярҙам итерһең- ти.
Шулайтып, тынғы бирмәгән был һорау, әсәһенең әйтеүе, тағы ла ҡанаттарын үҫтереп ебәрә. Ярар, нигеҙен һалһалар, ҡалғанын дауам итермен, тип уйлай ул.
Туғандары уны тулыһынса хуплап, ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә әҙер икәнен белдерәләр.
Ауыл аҡһаҡалдары менән кәңәшләшкәс, мәсеттең урыны бар, бик уңайлы урында.
Шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, алыҫ араларҙы яҡын итеп, уйлаған ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн әйләнгән һайын ауылына ашыға.
Себерҙән икенсе ҡайтҡанында, мәсеттең урынын да, ҡыл да ҡывырлатылмағанын күрә!
Нигеҙен һалырға тип, бер машина цемент алып ҡайта, ауыл егеттәре, бер туған мырҙалары менән нигеҙ ҡоялар.
Ауыл халҡы ла изге эштән ситтә ҡалмай, ҡулдан килгәнсе, транспорт менән ярҙам итә, эшселәр өсөн төшкө аштар бешерә, шәмбе өмәләре үткәрә.
Был 2016 йылда була.

Ағас эшенә тотоналар, Ермолаево ауылының пилорама хужаһы Венер Мөхәмәтйәнов менән, үлсәп, эшкәртеп, ағас алып ҡайта, яйлап мәсеттә эш башлана, эше күп, мәтди яҡтан сығым күп кәрәк, барыһын да күтәрә мырҙам. Уныһы ғынамы, стена, тәҙрә, иҙән түбә, отопление барыһы ла бик ҙур эш.
Манараһын эшләүҙә, Себер тарафтарында бергә эшләгән "Южурал" директоры Исхаков Зиннур Закир улы ярҙам итә. Зиннур Закир улына бик ҙур рәхмәттәребеҙе еткерәйек, эшендә уңыштар теләйек- ти мырҙам. Ауылдаштарымдан, туғандарымдан шул хәҙәрем ризамын- тип, сәләм әйтә ул.
Мәсет күркәм булып балҡып сыҡты, ҡөрән, намаҙ уҡырға йөрөнө халыҡ, йорттарға аҙан тауышы ишетелеп тороуы, үҙе ней тора ине!
Мәсетебеҙгә булған ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы, мәсетебеҙ, янып ҡуйҙы. Янған мәсетте, бик күп белгестәр ҡарағандан һуң, төҙөкләндерергә булалар!
Ислам динендә "бәрәкәт" тигән бик матур бер төшөнсә бар- ул бөтөн яҡшылыҡ һәм изгелектең йыйылмаһы, шуға күрә уға ирешергә тырышыу бик тә кәрәк икәнен аңлап, ошо мәсетте яңынан тергеҙергә тигән ҡарарҙы Күмертау ҡалаһының имам хатибы Айнур Ҡаҙимов ҡәңәш итә.
Мәсеткә йөрөгән егеттәр, мырҙалар, йыйыштырып таҙартып, стеналарын ҡырып, яңынан эш башланып китә.
Был эш бик оҫта итеп ойошторола, счет асылып бар тирә-яҡ, ярҙам итеп, ауылдаштар ярҙамы менән була. Мырҙам да, "Киров" колхозының етәксеһе лә тос өлөш индерәләр. Мәсеткә йөрөгән егеттәребеҙҙең бик күп көстәре керә, ул егеттәр менән ғорурланыр кәрәк! Бына шулайтып, мәсетте өр яңынан ремонтлап, ауылдың иң уртаһына яңы мәсет балҡып килеп ултырҙы.
Өр яңынан балаҫтар, шторалар бар кәрәк яраҡты барыһын хәсстәрләп ебәрә. Иншалаһ! Бар кешегә лә күренеп торған был мәсет, үҙенә саҡырып тора! Мәсеткә барырға онотҡанмын- тип әйтергә лә уңайһыҙ, сөнки бик күренмәгәндәргә, мәсеттең Манараһы күренеп ҡуя. Ә мәсеттең саҡ ҡына һул яғына үтһәң, тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығын күрәһең, эргәлә генә Ҡаҙлайыр сылтырап аға.!
Аллам һаҡлаһын, ошо мәсеткә ҙур йоҙаҡ элеп ҡуйһалар, Аллаһы Тәғаләм беҙҙе үҙе ғәфү итмәҫ! Шул ҡәҙәрем күп кешенең тырышлығы менән килгән Аллаһы йортобоҙҙы һаҡлайыҡ!
Һуңғы ваҡытта ауылдаштарҙың дингә яҡынайыуы, әрүәхтәр рухына, йорт-ил тыныслығына бағышлап аяттар уҡытыуы, ҡорбан аштары үткәреүе - бик изге ғәмәлдер.
Һәр Ҡорбан байрамы һайын мырҙамдың саҡрымдар аша ебәргән, ҡорбандары ла ҡабул булһын. Мәсет янында ҡаҙандар аҫып ҡорбан аштары менән һыйланыуы бик күңелле сара.Бында колхозыбыҙҙан да мул ғына өлөш сыға.
Тышта бешерерлек көн булмаһа, ауылдың килендәре бешереп алып киләләр; Рәүил хәҙрәт доғалар бағышлай, мырҙамдың ғаиләһенең именлегенә, эштәренең һәр саҡ уң булыуына юрап.
Мәсет әлеге "Рамаҙан" айҙарында эшләп тора, ифтар ҙа уҡыталар. Күмертау ҡалаһынан уҡытырға Вадим остаз килә әлеге көндә мәсетебеҙгә.
Күпме никах теркәлде бында, иҫәбе-хисабы юҡ, күрше ауылдарҙан да киләләр. Ауылыбыҙҙың имамы Рәүил Шамсутдинов, ярҙамсыһы Наурат Яматов, мәсеткә йөрөгән бер төркөм егеттәр тураһында, йәш быуынға фәһем булырлыҡ лыҡ итеп айырым яҙырбыҙ.
Был мәсеткә бик теләп балаларҙа бер ҡалмаҫтан "Тәрәүих" намаҙына йөрөйҙәр.
Ошо мәсеттә йөрөгән Дин әһелдәренә ҡарап, Аллаһ йортон төҙөү ауыл халҡын ныҡ берләштергән тип әйтеп була. Ә кешеләр бында йома намаҙына йыйыла башлаһа, мәсеттәрҙең төп бурысы - бар ауылды берләштереү, күңел сафлығына, йөрәк таҙалығына саҡырыу!
Бына ошо ауылдаштарыбыҙ берләшеп, Аллаһ йортона килгән икән, тимәк, ошо изге ғәмәлдәрҙә минең Мөхтәр мырҙамдың өлөшө әйтеп бөткөһеҙ!
Тағы ла бер изге эше тураһында яҙғы килә мырҙамдың;
Яңы йыл алдынан мырҙамдың хәйриә сараларын үткәреү кеүек изге йолаһы бар. Яңы йыл байрамдары алдынан, һәр балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйға "Себер" күстейе ала, балалар өсөн ысын тылсымлы минуттар бүләк итә...
- Мөхтәр бабайым күстей ебәргән тип, оҙаҡ ҡыуанып йөрөүҙәре, үҙе бүләк түгелме!

Изгелектәрен ерҙә ятып ҡалмаҫ ҡәҙерле ауылдашыбыҙ, бар эшләгән эштәреңдең әжер-һауаптарын Аллаһы Тәғәлә ҡайтарһын!

Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы

Автор:
Читайте нас