Иман
15 Мая , 08:39

Иң олоһона 88, кесеһенә – 14

Беҙ ҙә “Юшатыр”ыбыҙ аша үҙебеҙҙең ҡыуанысыбыҙ менән бүлешергә булдыҡ.

Иң олоһона 88, кесеһенә – 14Иң олоһона 88, кесеһенә – 14
Иң олоһона 88, кесеһенә – 14

Кисә Илкәнәй ауылы мәсетендә дин дәрестәре буйынса имтихан тапшырҙыҡ. 3 йыл уҡып алған белемдәребеҙҙе күрһәттек. Ошо ваҡыт эсендә барыһы ла матур итеп Ҡөръән уҡырға өйрәнделәр, имтиханда сүрәләр, аяттар һөйләнек, тәжвид ҡағиҙәләрен аңлаттыҡ. Беҙҙә 13 кеше дини белем алды, араларында оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа булыуы ҡыуандырҙы. Иң олоһона 88 йәш булһа, кесеһенә -14. Өс йыл буйы беҙгә матур итеп дәрестәр үткәреп, белем биреүсе Минзәлә Марс ҡыҙы Миһрановаға ҙур рәхмәт. Ул һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан ауылыбыҙға килеп үҙ дәрестәрен бирҙе. Апабыҙ үҙе уҡыуҙа саҡта урынына Хәтимә апа килеп уҡытты, уға ла рәхмәтлебеҙ. Имтихан алыуға Нурия апа Хәлилова үҙенең хәләл ефете Фәйез абзый менән килделәр...

Гүзәл МӨХӘМӘТШИНА, Илкәнәй ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫыла. 

Автор:
Читайте нас