Бөтә яңылыҡтар
Ишеттегеҙме әле?
18 Сентябрь , 08:17

Рөстәм кире ҡайта

Район ауыл биләмәләрендә һайлауҙар үтте.

Рөстәм кире ҡайта
Рөстәм кире ҡайта

Ауыл советы депутаттарын һайланылар -тауыш-тынһыҙ ғына үтеп китте ул. Был һайлауҙар менән ҡыҙыҡһыныу юҡ, ауыл депутатына түгел, Думаныҡына ышаныс бөттө тиергә була. 
Һәммәһе өс яңы депутат барлыҡҡа килде: Зиатдинова Эльвира Әбүзәр ҡыҙы (Айсыуаҡ), Ирмәкова Альбина Ғилфан ҡыҙы (Покровка) һәм Байкова Евгения Руслановна (Илкәнәй). Эльвира Әбүзәр ҡыҙын белмәгәне юҡ, районда ла, ҡалала ла билдәле кеше, ҡалған ике ҡыҙҙы, күпме тырышмайыҡ, иҫкә төшөрә алманыҡ, белмәйбеҙ. Береһе Өфөнән икәнен генә (башҡаланың үҙенән депутат - Покровканың эштәре алға китер инде) яҙа -йоҙа ишеттек, икенсеһе... Фотоһын таптыҡ, әгәр ҙә ул булһа инде, бик сибәр ҡыҙ. 
Ана шул сибәр ҡыҙ арҡаһында Илкәнәй ауылы биләмәһенә Аҡбулатова Рузалия депутат булып үтә алмаған. Ә бит ул ауыл башлығы вазифаһын башҡара ине. Тимәк, артабан башлыҡ була алмай. Был урынға теге саҡ кеше таба алмай, ары һуғылып, бире бәрелеп бөткәйнеләр, ахырҙа, аптыраған көндән, Рузалия Мирасғәли ҡыҙын күндергәйнеләр. Һәм бына килеп, эште боҙҙолар  - һайлауҙа үтмәне. Рөстәм Вахитов башлыҡ вазифаһынан үҙ теләге менән (юҡ, юҡ, артабан эшләмәйем) киткәс, ауыл халҡы ныҡ ҡайғырғайны, арыу ғына эшләне, хатта башҡа башлыҡтар унан көнләште (һин шәп эшләгәс, беҙҙең эшләмәгән күренә)....
Ҡыҫҡаһы, Рөстәм Миниян улы кире ҡайта. 
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә бирелер. 

Автор:
Читайте нас: