Все новости
Хәтер
13 Октября , 11:51

Йөрәк ҡушыуы буйынса

«Ватанды Һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы булып нәҡ Светлана Гречушкина кеүек ихлас, бар күңелен биреп эшләгән психолог һөнәрле белгес кенә эшләй алалыр, тигән һығымтаға килдем уның менән аралашҡас.

Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса

Бында ул йөрәк саҡырыуы буйынса эшләй. “Кемделер бер аҙ бәхетлерәк итә алһам, көнөм бушҡа үтмәй, тип иҫәпләйем», - ти Светлана Евгеньевна. Фонд махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына медицина һәм социаль реабилитация, дарыуҙар менән тәьмин итеү, психологик ярҙам, техник реабилитация саралары һәм шифахана-курорт дауалау, шулай уҡ ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам итеү сараларын алыуҙа ярҙам күрһәтә.

Фондтың Күмертау филиалы ҡала дауаханаһы,  мәшғүллеге үҙәге, республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге, ғаилә хеҙмәте, юридик хеҙмәт, психологик ярҙам хеҙмәте, хәрби комиссариат, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге, йәмәғәт ойошмалары һәм башҡалар менән тығыҙ бәйләнештә тора. Яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Улар иҫәбендә торлаҡ-көнкүреш шарттарына ҡағылышлы төрлө льготалар, эшкә урынлашыу буйынса саралар, шифахана-курорт дауалау, балалар өсөн льготалар һәм башҡа бик күп саралар бар. Шулай уҡ бушлай медицина, социаль һәм психологик хеҙмәттәр, шул иҫәптән медицина тикшереүҙәре һәм реабилитация күрһәтелә. Уларҙың үтенесе буйынса документтарҙы тергеҙеүҙә, хәрби пенсияны рәсмиләштереүҙә, торлаҡ, мебель, көнкүреш техникаһы һатып алыуҙа, өйҙә социаль ярҙамсы тәғәйенләүҙә адреслы ярҙам күрһәтәбеҙ. Башлыса түләүҙәр һәм льготалар, документтарҙы тергеҙеү буйынса мөрәжәғәттәр килә. Күптәрҙе федераль һәм төбәк кимәлендәге ярҙам саралары, хужалыҡ-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү, юридик, медицина, психологик ярҙам, ял һәм һауыҡтырыу, социаль адаптация, уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу, техник реабилитация саралары ҡыҙыҡһындыра. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Күмертау ҡалаһындағы филиалдың социаль координаторы Светлана Гречушкина  батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә. Яңыраҡ беҙ яҡташ батырҙың әсәһенең хәлен барып белдек.

“Әсәкәйем, мин герой булып ҡайтам!”...

Ҡаршымда ултырған Лилиә Аҡһарованы тыңлап, яҙмыш тигәнең кисмәгән кисеүҙе кистертә лә, эсмәгән һыуҙы эсертә, тигән әйтем иҫкә төшә. “Биш”ле билдәләренә генә уҡып, бухгалтер һөнәре алған 19 йәшлек Дүртөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылы ҡыҙы эсәр һыуын Күмертау яҡтарында таба. 1979 йылда ҡала почтаһында  корреспонденция бүлегендә хеҙмәт юлын башлаған тырыш ҡыҙ ял көндәрендә почта бүлексәләрендә үҙаллы эш тәжирбәһе туплай. Бер йылдан 20 йәшлек ҡыҙҙы Яҡшымбәт ауылына почта бүлексәһе начальнигы итеп билдәләйҙәр. Ауылда ошоға тиклем өс ай буйы пенсия таратылмаған булған, һәр эште аҙағына еткерергә яратҡан белгес Көйөргәҙе районында пенсия түләү буйынса бурыстарҙы беренселәрҙән булып ҡаплата.

Ауылда уҙған байрамда әрме хеҙмәтенән яңы ғына ҡайтҡан Миңлебай Аҡһаров  исемле егеттең аҡ йөҙлө һылыуға күҙе төшә, осрашыуҙың тәүге минуттарында уҡ, был ҡыҙ – минең буласаҡ кәләшем, тип әйтеп ысҡындыра. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, тыуған яғын, ата-әсәһен һағынып ҡайтҡан һылыу артынан егет Дүртөйлө яҡтарына юллана. Йорт алдында эскәмйәлә һөйләшеп таң аттырған ике йәш йөрәк тиҙҙән бергә тибә башлай: атаһы-әсәһе менән кәләш әйттерергә килгәндән һуң, шаулатып-гөрләтеп туй үткәрәләр. Мөхәббәт емештәре булып көтөп алған ике улы донъяға килә. “Был - башҡорт халҡының баһадир улы Салауат!” – тыуғас та башын тота алған, дуғалай бөгөлөп торған оҙон керпекле сабыйға ҡарап бала тыуҙырыу табибы шулай ти. Икенсе улын Илнур тип нарыҡлайҙар. Ҡыҙҙарға алмаштырғыһыҙ улдары уны “әсәкәйем” тип кенә йөрөтә.

Ҡайны-ҡәйнәһе киленде үҙ балаһылай яратып ҡабул итә. Ир бәхетен дә татып йәшәй Лилиә Ғиниәт ҡыҙы: бар мөхәббәтен, хөрмәтен сағылдырып, Миңлебай Рәшит ҡыҙы етәксе булып эшләгән ҡатынына исем-шәрифе менән генә өндәшә. Эшендә лә хөрмәт ҡаҙана ханым: 38 йыл дауамында кемдең хеҙмәт кенәгәһендә эш урынына бәйле бер генә яҙыу бар?

Хоҙай яратҡан бәндәһен ауырлыҡтар менән һынай, тиҙәр. Биш йыл элек йоҡларға ғына ятҡан тормош иптәше 56 йәшендә мәңгелеккә күҙен йома.  Юғалтыуҙар сиргә һабыштыра шул: Лилиә Ғиниәт ҡыҙы башта онкология менән көрәшә, инсульт аяҡтан йыҡҡанда әсәкәйе өсөн йәнен бирергә әҙер булған Салауаты иң ҡәҙерле кешеһен үҙе ҡарап аяҡҡа баҫтыра. Тик яҙмыш һынауҙары бының менән генә бөтмәй...

Махсус хәрби оперция башланғас, Салауат улы мобилизация буйынса мотуҡсылар батальоны составында яуға юллана. Ул бер ҡасан да зарланмай. (Әйткәндәй, ул етәкләгән батальонға республика Башлығы Радий Хәбиров менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин килеп, һалдаттарҙың көнкүреше менән таныша, хәлдәрен белә). Алғы һыҙыҡта булыуына ҡарамаҫтан матурлыҡ яратҡан әсәһенә, үҙе күргән сәскәләрҙе фото-видеоға төшөрөп ебәрә, көн дә хәбәрләшеп тора. Бар серҙәре менән уртаҡлашҡан, әсәкәйенең характерын саҡма таш менән сағыштырған улы отпускыға ҡайтҡанында, бер-бер хәл булһа, Ҡотлоюл ауылында атаһы-олатаһы янында ерләүен васыят итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың 21 майында тиңһеҙ алыштарҙың береһендә ҡаты яраланған мотоуҡсылар отделениеһы командиры, сержант Салауат Аҡһаров һәләк була. Уның ҡаһарманлығы Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин указы нигеҙендә “Батырлыҡ өсөн” ордены менән баһалана.

Ҡәҙерле балаһын юғалтҡан әсә ҡайғыһының тәрәнлеген аңлатырлыҡ түгел. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Күмертау ҡалаһындағы социаль координаторы Светлана Гречушкина  батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә, психолог һөнәрле белгес Салауат Аҡһаровтың әсәһе Лилиә Ғиниәт ҡыҙына ла юғалтыу ҡайғыһын кисерергә ярҙам итә. Ҡала етәкселеге лә көн дә хәл-әхүәлен белешеп тора.

 “Улымдың олатаһы Рәшит Ҡотлогилде улы ла 1943 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Харьковты немец илбаҫарҙарынан азат иткән, Салауат та укрнацистарға ҡаршы яуға үҙе теләп, йырҙар йырлап китте. Эш яратҡан балам яуҙа ла йәшәү шарттары булдырырға тырышҡан: үҙ ҡулы менән мунса һалған, изге теләктәр теләп, ике тапҡыр ҡорбан салдырған. Минән рецебын һорап, яуҙаштарын сөсө икмәк менән һыйланы”. –  Көн дә улы менән хәбәрләшеп торған Лилиә Ғиниәт ҡыҙының һөйләгәненән әсә менән ул араһында рухи бәйләнештең ниндәй көслө булғанлығын аңлайбыҙ. Төштәренә инеп, үҙенең һәләк булыуын да иҫкәрткән Салауат. “Улым үҙе үҫтергән рауза гөлөн Салауат күпере кеүек һигеҙ сәскә атҡан икән, тип төш күрҙем. Һигеҙ айға һигеҙ көн тула тигән көндә ҡайғы хәбәре килде”, – апайҙың һөйләгәнен тыныс ҡына тыңлап булмай. Шул ваҡыттан гөл дә сәскә атмай башлаған.

Батыр яугир менән һаубуллашырға ауылдаштары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре йыйылған. Яңғыҙын ҡалдырмайҙар әсәне. Окопташ дуҫтары ла ялға ҡайтҡан арала Лилиә Ғиниәт ҡыҙының янына килеп, Салауаттың ҡәберенә зыярат ҡылып китәләр. ”Үҙебеҙҙең ҡала-райондан ғына түгел, республикала, себер төбәктәренән улым менән бергә эшләгән, яуҙа булған ир-егеттәр шылтыратып, килергә рөхсәт һорайҙар, хәлемде беләләр. Һәр кем менән уртаҡ һүҙ тапҡан, ысын дуҫ була белгән улым менән ғорурланам. Ауыр, ҡайғылы көндәрҙә бик күп кеше ярҙам ҡулы һуҙҙы. Уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен”, - ти Лилиә Ғиниәт ҡыҙы.

Йөрәктәргә ҡан һауҙырған, йөрәк ярып сыҡҡан бала икән. Ир ҡайғыһы – итәктә, бала ҡайғыһы – йөрәктә, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Фронттан ебәрелгән  гитараһына, ҙур итеп эшләнгән фотоһүрәттәренә ҡарап улын юҡһынған ҡатындың күҙ йәштәре генә  йылғалай урғылырға әҙер. Улын юғалтыуҙан, һағыныуҙан саҡматаштай көслө рухлы ҡатындың күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғынан күҙҙәре һуҡырая, ете-һигеҙ операция кисергәс кенә яҡты донъяны күрә башлай. Йән илерткән һағыштарын, уй-хистәрен, йөрәгендә йөрөткән иҫтәлектәрен әсә кеше шиғыр юлдарына һала, яңынан йәшәргә өйрәнә.

...Кеше йәне үлмәй, тиҙәр. Торатауға быйыл  барғанда шундай хәлде һөйләгәйнеләр. Улдары махсус хәрби операцияла һәләк булғандан һуң, ата-әсәгә Стәрлетамаҡ янындағы шиханға юллама бирәләр. Экскурсияға барырға ҡырҡа ҡаршы торған ир, иртәнсәк тиҙ-тиҙ юлға әҙерләнә башлай. “Яңғыҙ ғына торған бейек аҡ тауға бар, атай. Мин дә шунда булырмын”, - тип улы төшөнә ингән булған икән...

Автор:Аклима Имамова
Автор:
Читайте нас: