Район, ауыл хакимиәте лә онотмай хәлдәрҙе белешеп торалар, уларға рәхмәт. Шулай уҡ Көйөргәҙе районы «Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалының социаль координаторы Анастасия Николаеваға рәхмәт. Документтар юллағанда ярҙам ҡулы һуҙған адвокат Гүзәл Миркасимоваға рәхмәттәр юллайым.
Килеп хәлемде һорашып-белешеп торғандарға ла рахмәтлемен. Раил Араптанов, Илья Белик, Оксана Исмәғилова, Альмира Юлҡотлина, Альбина Килмәтова, Нурия Хәбиеваларға һәм ауылыбыҙ белем усағының Шайморатов класы уҡыусыларына ла ҙур рәхмәт.
Үҙемдең, тормош иптәшем Мансурҙың (ул күптән мәрхүм инде) туғандарына, балаларыма, күршеләргә һәм ауылдаштарыма ла ҙур рәхмәт. Шулай уҡ ауыр ваҡытта хәлемде белешеп торған Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе Сәлиховтар ғаиәләһенә рәхмәтемде белдерәм. Уларҙың улы менән минең Марсель улым бергә булдылар. Аллаһы Тәғәләнең ризалығы менән барлыҡ ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тиҙерәк яҡындары янына әйләнеп ҡайтһындар. Донъяла тыныслыҡ-шатлыҡ булһын. Яугирҙарыбыҙҙың ата-әсәләренең, хәләл-ефеттәренең, балаларының күҙ йәштәре түгелмәһен ине илдә. Ауыр ҡайғыларҙы күтәреүе бигерәк ауыр. Тик яҡшы хәбәрҙәр генә килһен яҡындарына.
Ҡыҙым Зиләгә, кейәүем Илфатҡа рәхмәт. Улар оҙон юл үтеп, Марсель улымды барып алып ҡайттылар. Аллаһы Тәғәләгә мең рәхмәтлемен теләгем тормошҡа ашты балаҡайым үҙенең тыуған еренә ҡайтып ятты, сит яҡтарҙа ятып ҡалманы.
Улым, бик ныҡ һағынам һине, 50 йәшеңдә донъянан киттең. Илебеҙҙе һаҡлап батыр булдың, орден да бирҙеләр. Шул орденды үҙең тере булып тағып йөрөһәң, минең өсөн ҙур шатлыҡ булыр ине. Хәҙер һинең фотоңа, орденыңа ҡарап, үткән тормошто уйлап күҙ йәштәре түгелә. Доғалар уҡыу саҡ ҡына уңалмаҫ яраларҙы баҫа төҫлө. Тыныс ят, улым, үҙем тере саҡта ҡылған доғаларым барып етһен инде.
Ул 2024 йылдың 14 июнендә вафат булды, алып ҡайтып ерләүебеҙгә 1 октябрҙа бер йыл тула. Үтә ғүмер, аға һыуҙар, шулай итеп үтә йылдар. Улым балаларҙы, туғандарын ярата ине. Әле һәр береһе Марсель бабайым тип иҫкә алалар. Бигрәк тә өйөбөҙҙә йөрөгән ейәнсәрем Әминә: "Марсель бабайым ҡайта, уға нимә бүләк итәйем?" - тип минән һорай. Шул саҡтарҙа бигерәк ауыр булып китә, балаға нимә тип әйтергә лә белмәй аптырап ҡалам. Үҙе бабайының вафат булғанын белә, тик ни эшләптер ҡайта тип көтә.
Яҙҙар килә, йәйҙәр килә, көҙҙәр килә,
Ҡыш та килә һалҡын буранлы.
Йөрәктә һалҡын буран да була,
Көҙөн әсе елдә, ямғыр ҙа була,
Яҙ донъя йәшелләнә, ҡояш балҡый,
Йәй йәмле йылы, саф һауа, йылы ямғырҙар
Тик шуларҙың береһен дә һин
Күрмәйһең, улым.
Тыныс ят, барыбыҙға ла риза бул
Һине һағынып әсәйең, туғандарың.
Уйҙар уйлайым ултырып, тик
Юҡ шул уйлаған уй онотолмай.
Оноторға тырышһам да булмай,
Һағыш баҫа шул саҡ, доға ярҙам итә.
Аллаһы Тәғәләм, ташлама мине доғамдан.
Илгә тыныслыҡ килһен,
Тиҙерәк шатлыҡ тулһын йорттарға.
Һуғыш бөтһөн,
Тыныслыҡ килһен донъяға, илгә.
(Марсель улыма бағышлап яҙылды).
Фәүзиә СОЛТАНГӘРӘЕВА, Таймаҫ ауылы