Миңлебулат улы икәнемде үҙем дә һуңлап ҡына белдем, әҙәм аптырар, хәрби билетта ла шулай Булатович тора ине. Паспортта ла, күрәһең, шулай тип яҙылған булғандыр (уны кем ҡараған, ул мәлдәрҙә кредит-фәлән алыу тигән нәмә юҡ), һуңынан ғына атайҙың ысын, дөрөҫ исемен белгәс, Миңлеһе килеп ҡушылды ла, отчество оҙонайҙы, әйтеүе лә ауырлашты, ахры.
Яңы Таймаҫ урта мәктәбендә эшләгәндә лә шулай тип йөрөттөләр – Булатыч. Был Таймаҫ уҡытыусыларының күптән килгән ғәҙәте, ир уҡытыусыларҙы улар үҙ-ара, шулай, ҡыҫҡаса атай – Мусеич, Зәкиеч, Рамазаныч, Хисмәтич... Шулай әйтеүе рәхәт, анһат, күрәһең.
Алты йыл ғына эшләнде был мәктәптә, алты йыл – аҙ ғына ғүмер кеүек, әммә был минең өсөн ысын тормош мәктәбе булды тиһәм, арттырмам. Илке-һалҡы йөрөү, эшеңә, бурысыңа ҡул һелтәп ҡарау, бәлки, башҡа уҡыу йорттарында барҙыр, тик Яңы Таймаҫ мәктәбендә уҡытһаң, күңелеңде һалып уҡытаһың, юҡ икән, ана бара юлың.
...Дәрескә тип яҙған конспектыңды өтөрөнә тиклем тикшереп (нимәһенә аптыраталар икән, ул конспектҡа ара-тирә ҡарап алһаң алаһың, юҡ икән юҡ), быныһы ғына аҙ, әле береһе, әле икенсеһе дәресеңә инеп ултырып, уны бөткәнсе ҡарап, аҙаҡ һәр һүҙеңә, йөҙ-ҡиәфәтеңә, мимикаңа тиклем тикшереп, әрләгән ерҙә әрләп, маҡтаған ерҙә маҡтап ҡуйыуҙары... Быларҙың башҡа эше юҡмы икән әллә? Тәнзилә Хәмзиевна, Рәйсә Нәжиповна, Гөлнур Караматовна, һеҙгә әйтәм...
...Гөлназа Юлдыбаева, Рузилә Араптанова, Динә Атйетәрова, Зөлфиә Кинйәбаева (бик иртә китеп барҙы, урыны йәнәттә булһын), Рәйлә Ноғомановна... Нимә тип кенә ярҙам һорап килмә, баш тартманылар, кәңәш биреп, ҡыйыш ерен турылап ебәрерҙәр ине. Ир-аттар ҙа апаруҡ...
P.S. Материалға фотолар юҡтыр тиһәм, ғаилә фотоальбомында өс фото табылды. Ул ваҡытта фотоотчет-фәлән һорап йонсотмайҙар ине, уңға боролһаң да фотоға төш, һулға боролһаң да – төш булманы, Яңы Таймаҫ мәктәбендә уҡытыусыны фотоһына ҡарап түгел, эшенә ҡарап баһалайҙар ине.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә йома көнө баҫыласаҡ.