Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Ноябрь , 07:52

Элекке Таймаҫ түгел

Хәҙисә КИНЙӘБАЕВА, БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, Халыҡ уҡытыусыһы, Күмертау ҡалаһы

Элекке Таймаҫ түгел
Элекке Таймаҫ түгел

Ауыл ҡартая. Көсләп ҡарттайттылар. Эш булмағас, әлбиттә, йәштәр ғаиләне аҫрау, бала уҡытыр өсөн ситкә китә (ҡайтмай ҡалғандары ла бар, үкенескә күрә). 100 йәшенә етеп барған инәй, ауылын һағынып, бүләһенән тыуған төйәгенә алып барыуҙарын үтенә. Әлбиттә, алып ҡайтып күрһәтәләр.
Ғәйрәтем сикте. Элекке Таймаҫ түгел. Ҡапҡалар эстән бикле. Өй күренмәй, ағас ҡаплаған, ҡайһы береһендә абалап эт ҡаршылай. Урамда кеше әҫәре юҡ. Машиналар ғына пипелдәтеп үтә, баштары һелкенеп ҡала, иҫәнләшәләр шикелле. Күңелем ҡайтты, ҡабат күрмәһәм дә үкенмәйем. Нишләп аҡ алъяпҡыс кейгән, галстук таҡҡан уҡыусылар күренмәй икән, тием. Баҡтыиһәң, мәктәпкә машинала ғына илтеп ҡуялар икән дә.
Беҙҙең заманда урам тулы бала-саға, кис ҡапҡа төбөндә өләсәйҙәр, ыбыр-сыбыр бала-саға. Бына оҙон сыбыҡ тотоп, көтөү ҡаршыларға әҙерләнеп йөрөгән малай-шалай. Ә хәҙер көтөүҙән һыйырын машина менән алып ҡайтҡанға нисек аптырамайһың инде. Кисен иһә эт тә юҡ. Өй һайын мөйөштә ялт та йолт килә төрлө төҫтәге ут (Бер ғалим әйтмешләй, голубой разбойник, телевизорҙы шулай ти)...

Апайыбыҙҙың беҙгә яҙған тиҫтәләгән хатынан өҙөк кенә был. Уны йәнә бер тапҡыр йылы хистәр менән иҫкә алырға сәбәп булды.

Автор:
Читайте нас: