Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Ноябрь , 08:17

Тереләргә - аяҙ һауа, аҡ бәхет

Аяз улым, ҡыҫҡа булды ғүмерең... тип яҙған инек беҙ теүәл бер йыл элек.

Тереләргә  - аяҙ һауа, аҡ бәхет
Тереләргә - аяҙ һауа, аҡ бәхет

Аяз Ғәрифуллинды Яңы Муса ауылында ерләгәйнек. Үҙе Себер яҡтарында эшләп йөрөй ине, яҙмышын алыҫ Уренгой ҡалаһына бәйләгән яҡташыбыҙҙы Ямалда ла онотмайҙар.  Бына ошондай баннер ҡуйғандар. Ап-аҡҡа төрөнгән донъяға беҙҙең Аязыбыҙ йылмайып ҡарап тора. Исеменә ярашлы, беҙгә -  тереләргә - аяҙ һауа, аҡ бәхет теләй ахры ул.

Аяз Ғәрифуллиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлап яҙылған хат йома көнө гәзиттә баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: