Мотал ҡыҙына
Матур ҡыҙҙар ҡайҙа тиһәң Үрге Моталда үҫкән,
«Ҡыҙҙар тауында» бейегән, «Сорағол» һыуын эскән.
«Халыҡ әйтһә хаҡ әйтә» - тип юҡҡа әйтмәйҙәр иән,
Ысынлап та матур ҡыҙҙар Үрге Моталда үҫкән.
Атайым яусы ебәреп алдырған Мотал ҡыҙын,
Әсәйем дә һәр саҡ булды «уңған» һәм «матур» килен.
Яҙмыш юлым аҙаштырмай боролдо шул яҡтарға,
Моталдың иң сибәр ҡыҙын һөйҙөрмәнем яттарҙан.
Һөйгәнемә вәғәҙә бирҙем ҡушҡайынына бағып,
Мөхәббәтем, шишмә башым, һыу булып китте ағып.
Бергә бәйләп яҙмыштарҙы, иңгә терәп иңдәрҙе,
Һоҡландырғыс тормош көттөк, берләштереп уйҙарҙы.
Үткән ғүмерҙе баһалап ваҡыт әйтер үҙ һүҙен.
Тик мин һаман ғашиҡ һиңә, Үрге Моталдың ҡыҙы.
Өлөшөмә тейгән көмөшөм
Күҙ һалам да үткән йәшлегемә, нишләп тимен шулай йәшәнем,
Өлөшөмә тейгән көмөш эҙләп йәрҙәр һөйҙөм, йәрҙәр ташланым.
Хыялымда йөрөгән һылыу ҡыҙҙы саф һыуҙарҙа күрҙем, инештә...
Һин булмаһаң, бәлки, булмаҫ ине өлөшөмә тейгән көмөш тә.
Һине һөймәй мөмкин түгел ине, зифа буйың, сихри матурлыҡ.
Күҙҙәреңә ҡарап «һөйәм» тейеү минең өсөн булды батырлыҡ.
Ҡайһы яғым һиңә килешкәндер, йөрәк ҡылың нисек ҡаҡҡанмын,
Таштай ғорурлыҡты эретерлек иркә һүҙҙәр ҡайҙан тапҡанмын…
Йылдар үтте… Бөгөн килеп бына, ҙур байрамың, оло тантанаң.
Абруйыңа һинең ғорурланам, ижад эштәреңә таң ҡалам.
Үрҙәргә гел бергә үрләнек беҙ, һиңә бәйле бөтә тормошом,
Ғүмер йәрем, йәнем, алтыным һин, өлөшөмә тейгән көмөшөм.
Атай һүҙе
Атай һинең уҙған юлдарыңды,
Хәтеремдән ҡат-ҡат урайым.
Уйсан ғына әйткән һүҙҙәреңде
Изгелеккә генә юрайым.
“Ныҡ бул балам”–тинең, “бирешеп барма”,
Тормош һынар һине ҡабатлап.
Йәшәү көсөң, ҡеүәттәрең артыр,
Дөрөҫ юлдан барһаң һин атлап.
Атай әйткән ябай һүҙҙәр менән
Тормош көтәм, донъя кисерәм.
Атай һүҙе һәр саҡ дөрөҫ сыға,
Ҡабат, ҡабат уны тикшерәм.
Атай һүҙҙәренән сыҡмай ғына
Йәшәй алһаҡ ине буталмай.
Түрҙә торһон ине атай һүҙе,
Өҫтөн торһон ине гел шулай.
Интернатым
Әсә наҙы тойоп үҫмәнек беҙ
Ундай бәхет беҙҙе тапманы.
Белем алырға тип, ҡумта һөйрәп,
Күрше ауылға ла сапманыҡ.
Беҙҙең дәүер интернатта үтте
Ярым һалдат, ярым уҡыусы.
Үҫтерҙеләр беҙҙе ил кәрәге өсөн,
Тапһын өсөн һәр кем үҙ көсөн.
Уҡытыусылар ҙа беҙгә, йән аямай,
Аң белемде төплө биргҙеләр.
Илдең киләсәген, ил ныҡлығың
Беҙҙең белем аша күрҙеләр.
Белем усаҡтары ныҡлы янды,
Спортта ла булдыҡ алдынғы.
Йырҙа, бейеүҙә лә бирешммәнек,
Булманыҡ беҙ кеше өалдығы.
Интернатым, гүзәл бала сағым,
Һин булғанһың белем бишеге.
Күптәребеҙ оло юлға сыҡты,
Ғорур асып тормош ишеген.
Бергә үткән йәшлек йылдарыбыҙ
Мүкләнмәһен хәтер төбөндә.
Интернатым,гүзәл бала сағым
Һәр саҡ иҫтә, кисә, бөгөн дә.
Апайыма хушлашыу һүҙе
Апаҡайым хушлашыуҙар шулдыр,
Бергә үткән тормош юлдарҙан.
Айырылышыу ауыр, барыбыҙға,
Әйтеп булмай әйтер һүҙҙәр ҙә.
Апай булдың, әсәй кеүек ҡалдың,
Туғандарың өсөн һин һәр саҡ.
Йөрәктәрҙә бушлыҡ! Һүҙҙәр ҙә юҡ!
Күҙ алдынан йүгерә бала саҡ.
Һәр береһенә еткереп тә булмаҫ
Һиңә булған тойғо, хистәрҙе.
Һинең яғымлылыҡ, тура һүҙең
Уйландырмағандыр кемдәрҙе.
Ябай кеше булдың, йөрәгеңдә,
Һәр саҡ булды оло мөхәббәт.
Батыр Салауатың булды күңелеңдә,
Рәмиҙәр ҙә һиңә, булды шат.
Шиғырҙар ҙа яҙҙың матур итеп,
Йөрәк хистәреңдең тибеше.
Дәүереңә күрә тормошон да көттөң,
Балаларың һөйөү емеше.
Үпкәләмә апай, тыныс йоҡла,
Йөрәк һыҡрай һинең юҡлыҡҡа.
Әйткән һүҙҙәремде ҡабуллап ал
Баҡыйлыҡта, тик иманлыҡта.
Баласағым
Ялан аяҡ шаулап, уйнап
Үтте беҙҙең бала саҡтар.
Әйтерһең дә ярһып-ярһып
Бәйгеләрҙә сапҡан аттар.
Тәүге һөйөү, татлы уйҙар
Үткәненә күпме заман.
Йылдар менән ярыша-ярыша,
Арттарымдан килә һаман.
Бала сағым, әй, йәшлегем,
Килһәгеҙ ҙә арттарымдан,
Айырмаһын тик яҙмышым,
Мине ғүмер юлдашымдан.
Әсәйемә.
Ниңә генә ҡапыл һүнде икән,
Гөрләп янған тормош усағың?
Ауыр саҡтарымда ҡурсаланың,
Изге ине күңел ҡосағың.
Балаларың менән шаулап, гөрләп,
Үтте һинең йәшлек йылдарың.
Һәр саҡ иҫтә, әсәй, онотолмаҫ
Иркәләгән наҙлы ҡулдарың.
Йылы, йомшаҡ булһын ятҡан ерең,