

Рузалия апайыбыҙ китеп барған. Ҡан туған булмаһа ла, иң яҡын кешеләребеҙҙең береһе ине ул. Беҙҙең гәзит менән гел тығыҙ бәйләнештә булды, үҙе ныҡ әүҙем уҡытыусы, ҡатын булараҡ, ҡатнашмаған сараһы ла булманы, буғай, бер ваҡыт журналистар менән Бөрйәнгә барҙыҡ, ҡараһаҡ, хәләл ефете менән апайыбыҙ шунда, усаҡ янында ултыра, хозур тауҙар араһына ял итергә барғандар икән, тәбиғәткә, кешеләргә, тормошҡа ғашиҡ кеше ине ул (ине тип яҙып ултырабыҙ, йә Хоҙай), гел көләс булды, редакцияға килеп индеме, үҙе менән Ҡояшты ала ла инә ине. Ҡосаҡлашып күрешер инек, улын юғалтҡас та, янында булырға тырыштыҡ, телдән килгәнсә, йыуатыу һүҙҙәрен әйттек. Бөгөн, иһә, үҙебеҙҙе йыуатырға кәрәк – Р. Айҙарова мәңгелеккә күҙҙәрен йомған...
Яңыраҡ ҡына, ҡыш, ит һатырға тип килгән ине. Алдыҡ итен. Бик тәмле булды – яҡшы кеше ҡулынан алған ризыҡ тәмһеҙ булмаҫ. Уҡыусылары менән дә экскурсия тип бер мәл килгән ине, бәләкәй генә ҡатындың тар ғына яуырындарында ниндәй ҡайғы ятҡанын белә инек, әммә апайыбыҙ бер ҡасан һыр бирмәне, зарланманы, йөҙө гел яҡты булып ҡалды. Аҙаҡҡы килгәнендә лә «Атаҡ, апай, ни булды?» тигән һорау телдән ысҡынды. Рузалия апайыбыҙ бөтөп киткәндәй күренгәйне. Сирләйем, тине ул. Диагнозын әйткәс, ҡойолоп төштөк, әммә яҡшыға өмөт иттек.
Аҡланманы уныһы. Йәл, беҙ йәнә бер яҡшы кешебеҙҙе – дуҫыбыҙҙы юғалттыҡ.
Ятҡан урындарың йомшаҡ булһын, апай, беҙҙең менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт булғаның, күңел нурҙарыңды бүлешкәнең өсөн рәхмәт. Апайыбыҙҙың туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.