

Беҙҙең гәзит күптәндән Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәгән һәм беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ – күренекле йырсы Юрий Шатуновтың фанаттары булған ҡыҙ-егеттәр менән таныш. Улар беҙҙең яҡтарға килгән һайын, «Юшатыр» гәзитенә хәбәр итмәй ҡалмай, был юлы ла шулай булды. Беҙҙе көнэлгәре иҫкәртеп, сиркәүгә саҡырҙылар. Юрий Васильевичтың яҡты донъяларҙан китеүенә бөгөн теп-теүәл 4 йыл булды. Ошо һағышлы датаға бәйләп, йырсы тип йән атҡан, уны мәңге онотмаҫҡа һүҙ биргән фанаттар Күмертауҙағы православие ҡорамына Изге Георгий иконаһын бүләк иттеләр.
Йырсының ике туған мырҙаһы алып килде был бүләкте, Ринат Низаметдинов (уның йортона Шатунов һүрәте төшөрөлгән), йырсы үҙе иҫән сағында уның дуҫы булған Күмертау егете Евгений Ветюгов булдылар. Ҡыҙғанысҡа, был идея авторы, Мәскәү ҡыҙы Марина Богданова үҙе килә алмаған, сирләп ята тинеләр.
Евгений атай был икона бик ҡәҙерле, ҡиммәтле бүләк, тине. Уны төшөрөүе бик ауыр, был фиҙаҡәр хеҙмәткә үҙ өлөшөн кереткән бағымсылар һаулығына (бөтәһе 48 кеше) һәм, әлбиттә, мәрхүм Ю. Шатунов рухына бағышлап, доға ҡылырмын, тине.