

Яҙыусы, билдәле дәүләт эшмәкәре менән мәңгелеккә хушларшырға тип бик күп халыҡ килде. Ҡала башлығы Олег Астахов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов, коллегалары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре, туғандары Закир абзыйҙы бик йылы итеп хәтергә алды. Бәләкәй генә ауылдан сыҡҡан малай, ана ҡалай, ҙур үрҙәргә тиклем күтәрелгән, ҙур шәхес кимәленә тиклем үҫеп етеп, үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырған. Әйткәндәй, Зәк-Ишмәттән дә улдары менән хушлашырға килгән инеләр.
- Атайым минең ҡулда йән бирҙе, - тине З. Аҡбәровтың ҡыҙы Айгөл, - бөтөн ауыртыныуҙары, хафалары юҡҡа сыҡты, уға хәҙер тегендә рәхәттер, - тип күҙ йәштәренә быуылды. Яҙыусыны белгән һәммәһе өсөн бик ҙур юғалтыу булды кисәге көн, йор һүҙе, аҡыллы кәңәше менән күптәргә таяныс ине ул.
Шул иҫәптән, әлбиттә, беҙгә лә. Һуңғы күрешкән мәл өсөнсө БРГИ- ла булды. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе: Закир Насир улын етәкләп алып инерһең әле тигәйне. Абзыйыбыҙ хөртөрәк күренә ине шул. Әйҙә, алып инәм тип, янына килгәс, Закир Насир улы көлдө: бына ниндәй дәрәжә күрһәтәләр миңә, редактор үҙе мине ҡултыҡлай, - тип шаяртты. Ярҙамдан баш тартты – үҙем тине. Ниндәй хәлдә лә үҙенә ышанған кеше булып иҫтә ҡалды абзыйыбыҙ. Беҙ ҙә Айгөл Закир ҡыҙы һымаҡ, ныҡ ышанабыҙ: һиңә хәҙер рәхәттер, абзый. Беҙгә генә һинһеҙ ҡыйын булыр.Урындарың ожмахта булһын, Закир Насирович. Мәрхүмдең барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
P.S. Беҙҙең редакцияла яҙыусы ҡалдырған флешка бар, иҫән сағында ҡалдырып киткәйне, унда Закир абзыйҙың әле баҫылмаған әҫәрҙәре. Яйлап уларҙы бирә барырбыҙ. Ошоға ҡыуанып ултырыуыбыҙ – үҙең китһәң дә, бай мираҫың ҡалды, абзый. Рәхмәт.