Хәтер
18 Июня , 03:23

Шатунов йырҙарына бейейбеҙ

Тиҙҙән – Йәштәр көнө.

Шатунов йырҙарына бейейбеҙШатунов йырҙарына бейейбеҙ
Шатунов йырҙарына бейейбеҙ

Ҡыҙыл дата булмаһа ла, йылдың иң шәп байрамдарының береһелер ул. Йәшлек миҙгеле аша барыбыҙ ҙа үткәнбеҙ, ә кемдеңдер  әле, йәшлектәренә туймай, иҫәрләнеп йөрөгән сағы.

Беҙҙең ҡала-районда ла йыл һайын был байрамды билдәләмәй үтеп китмәйҙәр, Ермолаевола, Шотт паркында, елле генә тамаша буласаҡ. Иң ҡыҙығы кисен була-  яҡташ йырсыбыҙ Ю. Шатуновтың хәтер кисәһе. Йолаға әүерелгәнсә, бында «Яғымлы май»ҙың яғымлы йырҙары яңғыраясаҡ. Тап ошо йырҙарҙы тыңлап үҫеп, ололар рәтенә баҫҡаны, танауына еҫ керә башлағаны (Шатунов йырҙары йәштәр араһында ла популяр) өсөн дә был сара онотолмаҫ бер йәй кисе булып хәтерҙә ҡалыр.  

Автор:
Читайте нас