Хәтер
10 Августа , 04:50

Бәхил бул, Илшат абзый

Илшат Зәйнәғәбдинов яҡты донъяларҙан китеп барған.

Бәхил бул, Илшат абзыйБәхил бул, Илшат абзый
Бәхил бул, Илшат абзый

Беҙ уны тәүге күргәндән үк үҙ иткән инек, "Эш кәстүмдә түгел" тигән мәҡәлә лә баҫылғайны, торараҡ редакциянан бүләген дә бирҙек, Зәк-Ишмәттә үткәрелгән һәр сарала ҡатнаштыҡ (был ауылға барған һайын барғы килеп тора - халҡы асыҡ, ихлас, И. Зәйнәғәбдиновтың үҙе кеүек). Бер аҙҙан абзыйыбыҙ юғалды - ҡаты сирләй тинеләр. Һуңынан йәнә эшкә сыҡты, күҙгә күренеп насарайғайны ул, әммә нисек хәлдәр тигәндә, гел бик шәп тип яуапланы, үҙ хәлен үҙе белмәне түгел, һыр биргеһе килмәгәндер, йәлләгәндәрен яратмағандыр, бәлки, йәшәрмен әле тип тә уйлағандыр. Йәл, Илшат Мәдиф улы фанилыҡты ташлап киткән.

Беҙ И. Зәйнәғәбдиновтың яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, үпкәләп китмә, абзый, ятҡан урындарың йомшаҡ, ә урының ожмахта булһын, һинең туғандарың, ауылың, халҡың өсөн эшләгән яҡшы эштәреңде, үҙеңде онотмаҫбыҙ. 

Автор:
Читайте нас